Бөтә яңылыҡтар

Өфөнөң юбилейы федераль кимәлдә үтәсәк

Бөгөн был туралағы бойороҡҡа Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

30 ноябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылда Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуын байрам итеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Рәсәй Хөкүмәтенә өс ай эсендә был мөһим ваҡиғаға әҙерлек һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырырға, уның составын раҫларға кәрәк.
Ойоштороу комитеты рәйесе бурысы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук иңенә һалынған.
"Бының менән беҙҙең баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына федераль статус бирелә, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Тимәк, шул иҫәптән федераль үҙәк аҡсаһына Өфөнө яңыртыу өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек алабыҙ. Ҡаланы заманлаштыра, уға яңы һулыш өрә һәм илебеҙҙең терәк булырлыҡ ҡалаһы итә аласаҡбыҙ. Шуға күрә өфөләр исеменән Президентҡа был ҡарар өсөн ҙур рәхмәт белдерәм".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: