Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
БР норматив-хоҡуҡи акттары
24 Декабрь 2020, 11:00
Бөгөн – Башҡортостан Конституцияһы көнө
"Төп закон кеше хоҡуҡтарын һәм иректәрен иң юғары ҡиммәт тип, ә уларҙы үтәү һәм яҡлау – дәүләттең бурысы тип иғлан итә", - ти Константин Толкачев.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнөн билдәләйбеҙ. Ошо айҡанлы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика халҡын ҡотланы.
– Конституция республикабыҙҙың иң мөһим документы, барлыҡ ҡануниәттең нигеҙе булып тора. Ул демократик хоҡуҡи дәүләт төҙөүҙең төп принциптарын нығытты, социаль-иҡтисади үҫештең өҫтөнлөктәрен формалаштырҙы.
Конституция – закондар сығарыу, башҡарма, суд власы һәм урындағы үҙидара органдары өсөн ҡарарҙар ҡабул иткәндә йүнәлеш биреүсе документ. Төп закон кеше хоҡуҡтарын һәм иректәрен иң юғары ҡиммәт тип, ә уларҙы үтәү һәм яҡлау – дәүләттең бурысы тип иғлан итә.
Республика халҡына Конституцияла нығытылған хоҡуҡтарҙың һәм иректәрҙең ғәмәлгә ашырылыуын, киләсәккә ышаныс, лайыҡлы тормош һәм ғаилә именлеге теләйем! – тиелә ҡотлауҙа.
Башҡортостандың төп Законы 1993 йылда ҡабул ителә. Ул республиканың үҙендә әҙерләнеүе менән дә үҙенсәлекле.
Фото: Башинформ
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"