Бөтә яңылыҡтар

16 йәшең тулмаһа, "ҡуян" түгелһең...

Әммә бындай хәлдәрҙең айырым осраҡтары ла билдәләнә.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай быйылғы тәүге сессияла йәмәғәт транспортына ҡағылышлы республика законы проектын да ҡарарға йыйына. Уға ярашлы, 16 йәше тулмаған үҫмерҙәрҙе ҡалалағы йәмәғәт транспортынан билетһыҙ йөрөгән өсөн төшөрөп ҡалдырыу тыйыла. Был муниципаль транспортҡа ла, муниципаль-ара автобустарға ла ҡағыласаҡ.
– Ҡағиҙә ошондай балаларҙы ололар оҙатып бармаған осраҡтарҙы ғына күҙ уңында тота, – ти парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Ҡануниәт билетһыҙ йөрөүҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға тейеш түгел, шуға күрә закон проекты айырым хәлдәргә генә ҡағыла: мәҫәлән, билетһыҙ баланы ауылдар араһында, туҡталышҡа килеп етмәҫ борон һәм киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға саҡлы, һауа температураһы минус 20 градустан түбән булғанда транспорттан төшөр ҡалдырыу тыйыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай балаларҙы төнөн һәм ҡаланан ситтә төшөрөп ҡалдырыу осраҡтары булғылаған. Был закон проектын үҫеп килгән быуындың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында әҙерләйбеҙ.
Фото: yandex.ru.
Читайте нас: