Бөтә яңылыҡтар

Электрон хеҙмәттәр эште еңелләштерәсәк

"Ғаризалар тиҙерәк ҡараласаҡ. Әле был эш 5-8 көн эсендә башҡарылһа, киләсәктә ул..."

Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, Башҡортостанда милек хоҡуғы билдәләнмәгән ерҙәр менән эшләү өсөн Өфө һәм республика идаралыҡтары булдырылған.
Республика идаралығына район һәм ҡалалар буйынса 61 территориаль бүлексә ингән. Был турала Наталья Полянская бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә әйтте.
Министрлыҡтың быға тиклем эшләгән территориаль органдары юҡҡа сығарыла, белгестәрҙе яңы идаралыҡтар штатына күсерәләр. Ведомство территориаль бүлексәләр әҙерләгән ер участкаларынан файҙаланыу буйынса хоҡуҡтарҙы рәсмиләштереү документтарын теркәйәсәк.
Министр белдереүенсә, бөтә хеҙмәттәр ҙә электрон төргә күсерелә. Бөгөн Дәүләт хеҙмәттәре сайтында ер әйләнеше буйынса 17 сервис ғәмәлдә. Тағы туғыҙ хеҙмәт эшләнә, уларҙың дүртәүһе өр-яңы буласаҡ. Араларында льготаға хоҡуҡлылар өсөн ер участкаһы урынына компенсация биреү, ер аҫтынан файҙаланыу өсөн ер хужаһының йәки ер менән файҙаланыусының рөхсәтен алыу, ерҙе ҡуртымға биреү килешеүен иҫәпләү буйынса ике яҡлы акттарҙы әҙерләү һәм башҡалар бар. Наталья Полянская белдереүенсә, кешеләр башлыса ошо мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә. Шуға күрә йыл дауамында улар электрон төрҙә барлыҡҡа киләсәк.
Ғаризалар биреү буйынса барлыҡ процестар автоматлаштырыласаҡ, уларҙың хәрәкәтен дә автоматик рәүештә белеп тороу мөмкин буласаҡ. Әгәр ғаризала хата табылһа, система өс көн эсендә уны төҙәтеү өсөн кире ҡайтарасаҡ.
"Дөйөм алғанда, ғаризалар тиҙерәк ҡараласаҡ. Әле был эш 5-8 көн эсендә башҡарылһа, киләсәктә ул кәметеләсәк. Формаль сәбәптәргә бәйле ғаризаны кире ҡайтарыу булмаясаҡ тиерлек, сөнки программа уны ебәреү алдынан тикшерә. Әгәр һеҙгә баш тарталар икән, ул биш көн эсендә киләсәк, элекке кеүек 30 көндә түгел", – тине министр.
Фото: newsbash.ru
Читайте нас: