Бөтә яңылыҡтар

Яңы хеҙмәт тормошто еңеләйтә

1 апрелдән әле булған ер буйынса 17 хеҙмәткә тағы туғыҙ төрө өҫтәләсәк, мөлкәт буйынса шулай уҡ яңы туғыҙ хеҙмәт индерелеүе көтөлә.

Башҡортостанда кешеләр ер мәсьәләләре буйынса электрон хеҙмәттәр менән дүрт тапҡырға йышыраҡ файҙалана башлаған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
1 февралдән Дәүләт хеҙмәттәре порталында ошоға бәйле 17 хеҙмәт барлыҡҡа килде. Әгәр былтыр интернет аша ғариза биреүселәрҙең 9 проценты ғына запрос бирһә (137 мең кешенең), һуңғы ай ярым эсендә электрон мөрәжәғәттәр дүрт тапҡырға артҡан. Ғариза биреүселәрҙең ҙур өлөшө шәхси кешеләр.
Билдәле булыуынса, былтыр республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы административ реформа башланы. Улар эштәрен уңайлыраҡ һәм асығыраҡ итеү, коррупция факторын юҡҡа сығарыу өсөн, үҙ йүнәлешендәге барлыҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон форматҡа күсерҙе. Реформа башта ҙур ғына тауыш сығарҙы – кешеләр эштең ябайлашыуына ышанмай ине.
– Беренсе һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, хеҙмәтте һанлаштырыуҙы халыҡ ҡабул итте. Был ысынлап уңайлыраҡ бит, – тине Радий Хәбиров.
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, 1 апрелдән әле булған ер буйынса 17 хеҙмәткә тағы туғыҙ төрө өҫтәләсәк, мөлкәт буйынса шулай уҡ яңы туғыҙ хеҙмәт индерелеүе көтөлә.
Фото: inforeactor.ru
Читайте нас: