Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең турист һуҡмаҡтары Ҡырымдағы кеүек буласаҡ

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы “Башҡортостандағы туристик эшмәкәрлек тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерергә йыйына. Ул ни өсөн кәрәк?

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостандағы туристик эшмәкәрлек тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерергә йыйына. Ул ни өсөн кәрәк?
– Республикалағы күпселек туристик маршруттар стихиялы барлыҡҡа килгән, бер ниндәй документтарҙа теркәлмәгән һәм ҡануни яҡтан көйләнмәгән, был иһә йыш ҡына төрлө аңлашылмаусанлыҡтарға һәм хатта ыҙғыштарға алып килә, – ти парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Рәсми теркәлеү был маршруттарҙың һаҡланып ҡалыуын тәьмин итәсәк һәм туристик инфраструктураны үҫтерә аласаҡ.
Парламент Рәйесе әйтеүенсә, хоҡуҡи көйләү булған осраҡта Инйәр ирәкташтарындағы күптән түгел булған һәләкәткә юл ҡуйылмаҫ ине. Абруйлы туристик маршруттарҙың береһендә 13 гектар матур урманды ҡырҡып алғандар, ҡануни яҡтан яҡланған осраҡта быға ла юл ҡуйылмаҫ ине. Ә Белорет районындағы ошо урман биләмәһе туристик объект булып теркәлмәгән һәм шул арҡала ағас ҡырҡыусылар ҡануниәтте боҙмаған булып иҫәпләнә.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, закон проектын эшләгәндә туристик маршруттарға рәсми статус биреүгә өлгәшкән башҡа ҡайһы бер төбәктәрҙең тәжрибәһе лә иҫәпкә алынасаҡ. Алтайҙа, Краснодар крайында һәм Ҡырымда, мәҫәлән, туристик маршруттарҙың статусы ентекләп көйләнгән.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: