Бөтә яңылыҡтар

Өс көн һайлаясаҡбыҙ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта республиканың Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индерергә йыйына.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары апрелдә уҙасаҡ киләһе пленар ултырышта республиканың Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индерергә йыйына. Уны ҡабул иткән осраҡта, һайласыларға бер нисә көн дауамында тауыш биреү мөмкинлеге тыуасаҡ, әммә ул ваҡыт өс көндән артмаҫҡа тейеш. Ошондай ҡарар һайлау билдәләнгән көндән һуң ун көн дауамында ҡабул ителә һәм уға үҙгәреш индерелмәйәсәк, тип аңлата Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.
Закон ҡабул ителһә, һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауҙы яңы форматта уҙғара аласаҡтар. Һайлау кампанияһы сентябрҙә уҙа.
“Закон проекты республиканың һайлау тураһындағы ҡануниәтен “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закон положениеларына яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән. Бер нисә көн дауамында тауыш биреү һайлауҙа күберәк кешегә тауыш биреү мөмкинлеген тыуҙырасаҡ, тимәк, тауыш биреү һөҙөмтәһе граждандарҙың фекерен һәм сәйәси өҫтөнлөгөн яҡшыраҡ сағылдырасаҡ”, – тип аңлатты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Закон проектында күҙәтеүселәргә һәм һайлау алды өгөтләүен үткәреүгә талаптарға асыҡлыҡ индерелә. Үҙәк һайлау комиссияһының “Роскомнадзор” менән ҡануниәтте боҙған агитация материалдарын таратыуға юл ҡуймау буйынса сара күреү тәртибе көйләнә.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: