Бөтә яңылыҡтар

Энергетик эсемлек һатҡандарға - штраф

Балаларға энергетик эсемлек һатҡандарҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу тәҡдим ителә. Законды ҡабатлап боҙғандар өсөн штраф күләме арттырыла.

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын парламенттың 22 апрелдәге пленар ултырышының көн тәртибенә индерҙе.
"Закон проектында тонус биргән алкоголһеҙ эсемлектәрҙе һатыу өлкәһендәге талапты боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырырға тәҡдим ителә, – тине парламент рәйесе Константин Толкачев. – Ошо өлкәлә сикләүҙәр билдәләгән законды былтыр ҡабул иткәйнек. Ул эшләй башлаһын өсөн яуаплылыҡ сараларын билдәләргә кәрәк. Шуға күрә Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индерәбеҙ".
Бәлиғ булмағандарға ошондай эсемлекте һатҡан, шулай уҡ белем биреү, балаларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙы һауыҡтырыу, медицина ойошмаларында, физкультура-һауыҡтырыу, спорт ҡоролмаларында улар менән сауҙа иткән өсөн граждандарға – өс-дүрт мең һум, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, ойошмаларға 150-200 мең һум штраф һалыу ҡарала. Законды ҡабатлап боҙғандар өсөн штраф күләме арттырыла.
Парламент спикеры әйтеүенсә, закон проекты балаларҙың һаулығын һаҡлауға йүнәлтелә.
Фото: gsrb.ru/ru/press-center/news/98399/
Сығанаҡ: gsrb.ru
Читайте нас: