Бөтә яңылыҡтар

Документтарға ла баһа кәрәк

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы эшҡыуарҙар мәнфәғәттәренә ҡағылышлы алты норматив актҡа баһа биргән.

Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы эшҡыуарҙар мәнфәғәттәренә ҡағылышлы алты норматив акттың йоғонтололоғон баһалаған.
Документтар пассажирҙар ташыу хеҙмәтен күрһәткәндә субсидиялар биреү, сәнәғәт һәм агросәнәғәт парктары булдырыу һәм үҫтереү, уларҙы яңыртыу һәм төҙөкләндереүҙе көйләй. Шулай уҡ ҡайһы бер категория инвалидтарҙы, инвалид-балаларҙы реабилитациялау өсөн техник саралар менән тәьмин иткән хужалыҡ субъекттарын субсидиялауҙы көйләүсе акттар ҙа баһалау үтте.

"Эшҡыуарҙар мәнфәғәттәренә ҡағылған норматив-хоҡуҡи акттарҙы фактик баһалау бизнестың һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеү йәһәтенән мөһим. Бындай баһа ғәмәлдәге документтарҙа ҡаршылыҡтарҙы табыу мөмкинлеге бирә, сөнки норматив-хоҡуҡи акттар эшләй башламай тороп, уның бизнесҡа ҡаршылыҡ күрһәткән урындарын билдәләү ауыр", – тине беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Ғәмәлдәге норматив хоҡуҡи акттарҙың фактик йоғонтололоғон баһалау бизнесҡа булған артыҡ административ көсөргәнеште юҡҡа сығара, эшҡыуарлыҡ субъекттарының нигеҙһеҙ сығымдарын кәметергә ярҙам итә. Ошо сәбәпле дәүләт һәм бизнес мәнфәғәттәре балансы булдырыла.

Тикшереү һөҙөмтәһендә белгестәр шундай фекергә килгән: субсидиялар биреү шарттары боҙолоу осраҡтары һәм норматив хоҡуҡи акттарҙы тормошҡа ашырыуҙың кире эҙемтәләре юҡ. Әммә анализланған документтарҙың ҡайһы бер положениеларын 2020 йылда көсөнә ингән талаптарға тура килтерергә кәрәк. Улар башлыса субсидиялар биреү тәртибенә ҡағыла.
Белгестәр ҡарарҙары кәрәкле үҙгәрештәр индереү өсөн республиканың тейешле башҡарма власть органдарына ебәрелде.
Үткәрлегән баһа менән http://regulation.bashkortostan.ru йәки https://economy.bashkortostan.ru/activity/22057/
сайтында танышырға була.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас: