Бөтә яңылыҡтар

Мәктәптәр геройҙар исемдәрен йөрөтәсәк

Башҡортостанда 11 мәктәпкә Советтар Союзы Геройҙарының һәм билдәле шәхестәрҙең исемдәре бирелде. Улар араһында Ноғман Мусин, Мәрйәм Бураҡаева кеүек замандаштарыбыҙ ҙа бар.

Башҡортостанда 11 мәктәпкә Советтар Союзы Геройҙары һәм билдәле шәхестәрҙең исемдәре бирелде. Башлыса, был исемдәр шәхестәр тыуған ауыл йә район ерлегендә урынлашҡан белем усаҡтарына тапшырылған. Әлеге ҡарарға Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров 11 майҙа ҡул ҡуйған, документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Талха Ғиниәтуллиндың (1925 - 2019) исеме уның тыуған ауылы Учалы районының Ураҙ ауылындағы лицейға бирелгән.
Межгорье ҡалаһындағы 1-се дөйөм урта белем биреү мәктәбенә дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Барый Абдрахмановтың (1916 - 2006) исеме бирелгән. Барый Абдрахманов ошо мәктәптең беренсе сығарылыш уҡыусыһы ла икән.
Ишембай ҡалаһындағы айырым фәндәрҙе тәрән өйрәнеүгә йүнәлтелгән 11-се мәктәп Советтар Союзы Геройы Андрей Рябовтың (1925 - 2004) исемен йөрөтәсәк.
Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылындағы 1-се мәктәпкә ошо ауылдан сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Вениамин Недошиван (1917 - 1988) исеме бирелгән.
Донецк өлкәһенең Дебальцово ҡалаһы өсөн барған алышта башын һалған Дәүләкән районы Ивановка ауылы егете Василий Утинға (1917 - 1941) яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Хәҙер уның тыуған ауылындағы мәктәп исемен йөрөтәсәк.
Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булып Польша ерендә ятып ҡалған Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Латиповтың (1917 - 1945) исеме уның тыуған ауылындағы мәктәпкә бирелгән. Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауылының дөйөм урта белем биреү мәктәбендә был ваҡиғаға ҡарата тантаналы сара үткәреләсәк.
Шуныһы ҡыуаныслы – “исемле” мәктәптәр араһында замандаштарыбыҙ ҙа – Мәрйәм Бураҡаева менән Ноғман Мусин да бар. Улар ғүмер буйы үҙҙәренең тыуған ауылдарындағы мәктәпкә шефлыҡ итә, ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа.
Ноғман Мусин (1931 й.) – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. Шағир һәм прозаиктың исеме Ишембай районының Ҡолғона ауылындағы урта мәктәпкә бирелгән. Яҙыусы, журналист һәм уҡытыусы Мәрйәм Бураҡаеваның (1943 й.) исемен Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында урынлашҡан башҡорт гимназия-интернаты йөрөтәсәк.
фото: outdoors.ru
Читайте нас: