Бөтә яңылыҡтар

Йорт хайуандарын мотлаҡ теркәргә кәрәкме?

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы үҙенең яҙғы сессияһына йомғаҡ яһаны. Республика ҡануниәтен камиллаштырыуҙа ниндәй эштәр башҡарылған?

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы үҙенең яҙғы сессияһына йомғаҡ яһаны. Республика ҡануниәтен камиллаштырыуҙа ниндәй эштәр башҡарылған?
Йылдың тәүге яртыһында парламент алты пленар ултырыш үткәргән һәм 90-дан ашыу закон проектын ҡараған, уларҙың 50-һе Закон көсөнә ингән дә инде. Төп проект – “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”, уның өҫтөндә эшләү көҙгө сессияла ла дауам итәсәк. Үҙгәрештәр никах институтын нығытыуға, балалар һәм йәштәр үҫеше өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға, халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәләген һаҡлауға, тарихи дөрөҫлөктө яҡлауға, быуындар теләктәшлеген һәм күсәгилешлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Март айында күптән көтөлгән “Башҡортостан Республикаһындағы һуғыш балалары тураһында”ғы Закон ҡабул ителде. Ул республикалағы 189 мең кешегә – һуғыш осоронда тыуғандарға йәки ул башланғанда 14 йәше тулмағандарға – ҡағыла. Һуғыш балалары хәҙер дәүләт гарантияһы буйынса медицина хеҙмәттәренән сиратһыҙ файҙаланыу һәм стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына шулай уҡ сираттан тыш юллама алыу хоҡуғына эйә. Башҡортостан Башлығы Указы менән уларға бер тапҡыр түләү ҙә биреләсәк.
Яҙғы сессияның иң әһәмиәтле закондары араһында шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһындағы туристик эшмәкәрлек тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһындағы һалым түләтеүҙең патент системаһы тураһында”ғы һәм башҡа ҡануни акттарҙы күрһәтергә мөмкин. Бынан тыш Дәүләт Думаһына йорт хайуандарын мотлаҡ теркәү тураһындағы федераль закон проекты ебәрелгән, коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡты артыҡ күтәргән өсөн ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған ике закон проекты әҙер һәм ҡабул итеүҙе көтә.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай сайтынан.
Читайте нас: