Бөтә яңылыҡтар

Закон проекты ҡаралды

10 - 16 июндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай закон проектын йәмәғәтселек тикшереүенә сығарғайны.

Закон проекты ҡаралды
Закон проекты ҡаралды

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында “2020 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы законы проекты ҡаралды. Ул республика парламентының профилле комитеты ултырышында тикшерелгәйне.

Шулай уҡ 10-16 июндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай закон проектын йәмәғәтселек тикшереүенә сығарҙы. Проект түбәндәге параметрҙарҙы үҙ эсенә ала.

2020 йылда бюджет үтәлеше коронавирус сире пандемияһы, уның эҙемтәләрен бөтөрөү, халыҡҡа һәм иҡтисадтың ҙур зыян күргән тармаҡтарына ярҙам күрһәтеү йәһәтенән сара күреү зарурлығы шарттарында тормошҡа ашырылды. Дөйөм иҡтисади хәлдең яңы коронавирус сире таралыуға бәйле ҡырҡа насарайыуы Башҡортостан Республикаһы бюджетына килем кеременә лә кире йоғонто яһаны. 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетына 219,9 миллиард һумлыҡ килем индерелгән. Шуның 123,2 миллиард һумы – һалым һәм һалым булмаған килемдәр, 2019 йылғы кимәлгә ҡарата 16,1 процентҡа түбәнәйгән.

Һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең төп сығанаҡтары иҫәбенә түбәндәгеләр инә: физик берәмектәрҙең килеменә һалым – 18,7 процент, ойошмаларҙың табышына һалым – 14,8, акциздар – 9,7, мөлкәткә һалым – 6,2, дәүләт милкендәге мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем – 3,4 процент.

Шул уҡ ваҡытта кире ҡайтарылмай торған керемдәр 2019 йыл менән сағыштырғанда 45,2 миллиард һумға йәки 1,9 тапҡырға артып, 96,7 миллиард һум тәшкил иткән. Керемдең артымы нигеҙҙә коронавирус сире таралыуҙы иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса сараларҙы финанс тәьмин итеүгә бәйле. Ҙур финанс ярҙамы социаль өлкәләге кире тенденцияларға кәртә ҡуйып, аҡсаны һаулыҡ һаҡлауға йүнәлтеү, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу темпын һәм берлектә финанслау күләмен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирҙе.

Республика бюджетының сығым өлөшө, 44,2 миллиард һумға артып, 259,4 миллиард һум күләмендә үтәлгән.

2020 йылда коронавирус сире таралыу шарттарында ла социаль йөкләмәләрҙе үтәү дауам иткән. Социаль ихтыяжға сығым 192 миллиард һум йәки 74 процент тәшкил иткән. Шуның 66,8 миллиард һумы (25,8 %) – социаль сәйәсәткә, 56,2 миллиард һумы (21,7 %) – мәғарифҡа, 42,7 миллиард һумы (16,5 %) – һаулыҡ һаҡлауға, 14,8 миллиард һумы (5,7 %) – торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, 7,2 миллиард һумы (2,7 %) – мәҙәниәткә, кинемотографияға, 2,6 миллиард һумы (1 %) – физик культураға һәм спортҡа, 0,9 миллиард һумы (0,3 %) – киң мәғлүмәт сараларына, 0,8 миллиард һумы (0,3 %) тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән. Иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә сығым – 43,9 миллиард һум (16,9 %), муниципаль берәмектәр бюджетына дөйөм характерҙағы бюджет-ара трансферттар биреүгә – 12,8 миллиард һум (4,9 %), милли оборонаға, милли именлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә – 2 миллиард һум (0,8 %), башҡа сығымдар 8,7 миллиард һум (3,4 %) тәшкил иткән.

Коронавирус сиренә һәм пандемия эҙемтәләренә ҡаршы көрәшкә, макроиҡтисади күрһәткестәр насарая барыу шарттарында иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға сығымдар 32,8 миллиард һум булған. Аҡсаның төп өлөшө һаулыҡ һаҡлауға һәм социаль сәйәсәткә йүнәлтелгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә койка фонды киңәйтелде, профиле үҙгәртелде, тейешле ҡорамалдар һәм дарыуҙар һатып алынды, табиптарҙың эше өсөн шарттар тәьмин ителде. Ковид менән ауырыған кешеләргә ярҙам күрһәткән медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә түләүҙәр тормошҡа ашырылды.

Республиканың дәүләт бурысы 21 миллиард һум тәшкил итә. Башҡортостандың кредит йөкләмәһендә хәүеф түбән кимәлдә һаҡланып ҡала.

“Moody’s Investor’s Service“ һәм “Fitch Ratings Inc“ халыҡ-ара кредит рейтинг агентлыҡтары тарафынан республиканың кредит рейтингы 2019 йылғы кимәлдә (“Ва1” һәм “ВВВ”, “Тотороҡло” прогноз) раҫланды. Шул уҡ ваҡытта “Эксперт РА” кредит рейтинг агентлығы “Кире” тигән прогнозын “Тотороҡло”ға үҙгәртте.

 

Фото: stolicaonego.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: