Бөтә яңылыҡтар

Маҡсат – уңайлыраҡ итеү

Власть органдары хәҙер бындай документтарҙы электрон рәүештә лә әҙерләп ебәрә ала.

Маҡсат – уңайлыраҡ итеү
Маҡсат – уңайлыраҡ итеү

Власть органдары хәҙер документтарҙы электрон рәүештә лә әҙерләп ебәрә ала.

Һүҙ – “Росреестр”ға документтар әҙерләү тураһында, бында килешеү яғы сифатында айырым кеше йәки ойошма сығыш яһарға тейеш. Улар власть йәки урындағы үҙидара органы менән килешеү төҙөгәндә (мәҫәлән, хосусилаштырыу килешеүе буйынса торлаҡ майҙанын биләгәндә, ҡуртым йәки ер биләмәһе һатып алғанда) хәҙер электрон ҡултамға ҡуймаһа ла була. Килешеүгә ҡағыҙҙа ҡул ҡуйыу менән сикләнергә мөмкин, ә власть йәки урындағы үҙидара органы вәкиле уны үҙе һанлы рәүешкә күсерә һәм “Росреестр”ға теркәргә ебәрә. Был осраҡта ошо кеше йәки ойошма дәүләт пошлинаһы түләмәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: күсемһеҙ мөлкәт буйынса килешеү власть йәки урындағы үҙидара органы акты нигеҙендә төҙөлә икән, 2017 йылдан алып, ҡануниәткә ярашлы, документ “Росреестр”ға ошо органдар   тарафынан ебәрелә.

Фото: yandex.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: