Бөтә яңылыҡтар

Эшҡыуарҙар фекере мөһим

Тәҡдимдәр ведомство тарафынан Башҡортостан Республикаһының инвестициялар йәлеп итеүҙәге сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа иҫәпкә алынасаҡ.

Эшҡыуарҙар фекере мөһим
Эшҡыуарҙар фекере мөһим

Башҡортостандың Росреестры, кадастр иҫәбен һәм хоҡуҡтарҙы теркәү процедуралары менән ҡәнәғәт булыу-булмауҙы асыҡлау маҡсатында, 2021 йылдың июнь айында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары менән уҙғарылған анкеталар һөҙөмтәләрен анализланы.

Һорау алыуҙар һөҙөмтәләре буйынса респонденттарҙың күпселеге бындай төр хеҙмәттәр күрһәтеү кимәлен “яҡшы” йәки “бик яҡшы “ тип баһалаған.

- Росреестр идаралығы бындай һорау алыуҙарҙы даими уҙғара. Алынған мәғлүмәттәр беҙгә хеҙмәтләндереү кимәлен яҡшыртыу, уңайлы итеү буйынса сараларҙы планлаштырырға булышлыҡ итә, - ти БР буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.

Эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр тарафынан күп функциялы үҙәктәрҙә һәм онлайн-формала тултырылған барлығы 400 анкета тикшерелә.

Респонденттар Росреестрҙың хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса мәғлүмәт кимәлен - “бик яҡшы”, интернет селтәре һәм күп функциялы үҙәк офистарында документтарҙы һәм хеҙмәттәрҙе алыу ваҡытын, процедуралар һанын, хеҙмәттәрҙең сифатын, кадастр  инженерҙары тарафынан кадастр иҫәбенә ҡуйыу буйынса документтарҙы әҙерләү тиҙлеген “яҡшы” тип баһалаған.

Өҫтәмә һорауҙар респонденттарҙан хеҙмәттәр күрһәтеүҙә өҙөклөктәр булыу-булмауын, өҫтәмә документтарҙың талап ителгәнме, юҡмы икәнлеген асыҡларға ярҙам иткән. Шулай уҡ яуап биреүселәр Росреестрҙың һәм күп функциялы үҙәктәрҙең эшен яҡшыртыу буйынса үҙ фекерен дә белдереү мөмкинселеген алған.

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк республика дәүләт автоном учреждениеһы директоры Наталья Куприянова хәбәр итеүенсә, күп функциялы үҙәктәр бындай төр анкета алыуҙарҙы йыш ойошторалар. Шулай уҡ , хеҙмәткәрҙәр “контроль һатып алыуҙар” ҙа уҙғаралар. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә ведомство офистарында сиратта тороу ваҡыты Росреестр регламенты менән билдәләнгән 12 минуттан ашмай.

Һорау алыуҙағы тәҡдимдәр ведомство тарафынан Башҡортостан Республикаһының инвестицялар йәлеп итеүҙәге сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа иҫәпкә алынасаҡ.

 

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: