Хөкүмәттә насар ҡарар ҡабул ителмәй

“Ниндәй ҙә булһа Хөкүмәт документын раҫлар алдынан кабинет уны ҡабул итеү ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәген анализлай”, – тип яҙҙы бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Фейсбук”тағы сәхифәһендә.

Хөкүмәттә насар ҡарар ҡабул ителмәйХөкүмәттә насар ҡарар ҡабул ителмәй
Хөкүмәттә насар ҡарар ҡабул ителмәй

“Ниндәй ҙә булһа Хөкүмәт документын раҫлар алдынан кабинет уны ҡабул итеү ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәген анализлай”, – тип яҙҙы бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Фейсбук”тағы сәхифәһендә. Бөтә дәүләт норматив актары ла ошондай процедура үтә. “Беҙ документтың бюджетта, кешеләрҙең тормош кимәлендә нисек сағылыш табырын күҙаллайбыҙ”, – ти Андрей Назаров.

Баһаның төп йүнәлештәренең береһе – эшҡыуарҙарҙың мәнфәғәттәре. Артыҡ тыйыу, бизнесҡа баҫым яһау ихтималлығы булған документтар ҡабат эшләнергә оҙатыла.

Премьер-министр был йәһәттән ҡайһы бер миҫалдар ҙа килтерә.  Яңы ғына Хөкүмәт ҡарауына индерелгән ҡарар проекты эшҡыуарҙарҙың бер дәүләт структураһына ҡатынының ата-әсәһенең паспорттарын күрһәтеү бурысын ҡуйған. “Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?” – тип ғәжәпләнә Андрей Назаров. Йәки ведомстволар төрлө белешмәләрҙе бер-береһенә тапшырмай, ә эшҡыуар үҙе уларҙы тотоп йүгергеләргә  тейешлеген күҙ алдында тотҡан проекттар ҙа осрай. Башҡарыусылар хеҙмәтләнлереү ваҡытын артыҡ оҙаҡҡа һуҙған осраҡтар ҙа етерлек. Йәнәһе, беҙ эшләйбеҙ, ә һеҙ көтөп кенә ултыраһығыҙ.

“Идара итеү йоғонтоло булырға һәм ауырлыҡ тыуҙырмаҫҡа тейеш. Шуға күрә көйләүсе тәьҫир баһаһы тигән төшөнсәне хәҙер муниципаль кимәлдә лә индерәбеҙ”, – тип яҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас