Бөтә яңылыҡтар

Дәүләт мөлкәте яңыса хосусилаштырыла

Башҡортостан Хөкүмәте ике ҡануни актты үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Дәүләт мөлкәте яңыса хосусилаштырыла
Дәүләт мөлкәте яңыса хосусилаштырыла

Башҡортостан Хөкүмәте ике ҡануни актты үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итте.

“Был үҙгәрештәр республика Хөкүмәте ҡарарҙары ил һәм төбәк ҡануниәттәренә тура килһен өсөн индерелде”, – тине республиканың ер һәм мөлкәт министры Наталья Полянская.

Башҡортостан Республикаһында Дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу шарттары тураһындағы ҡарарҙар әҙерләү һәм ҡабул итеү ҡағиҙәләренең 4-се пункты хәҙер ошолай тип үҙгәртелде: “Дәүләт унитар предприятиеларын хосусилаштырыу шарттары тураһындағы ҡарарҙарҙы әҙерләү тәртибен Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы әҙерләй”.

Шулай уҡ Дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыуҙың прогноз планын (программаһын) әҙерләү ҡағиҙәләренә үҙгәреш индерелде, унда 2-се пункттағы “Башҡортостан Республикаһының дәүләт мөлкәте” тигән һүҙҙәрҙән һуң “Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары билдәләгән программалар һәм бурыстар менән” тигән һүҙҙәр өҫтәлә.

Был ҡарар менән Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында тулыраҡ танышырға мөмкин.

 

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: