Бөтә яңылыҡтар

Юристар йәмғиәте берләшә

“Рәсәй юристары ассоциацияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе Попечителдәр советы рәйесе итеп Андрей Олейник һайланды.

Юристар йәмғиәте берләшә
Юристар йәмғиәте берләшә

“Рәсәй юристары ассоциацияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе Попечителдәр советы рәйесе итеп Андрей Олейник һайланды.

Өфөлә “Рәсәй юристары ассоциацияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе Советының, Попечителдәр советының, Башҡарма комитетының берлектәге ултырышы үтте. Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнашты. Ул билдәләүенсә, Башҡортостан – “Рәсәй юристары ассоциацияһы” иң көслө һәм йоғонтоло ойошмаларҙың береһе булған төбәк.

“Беҙ юристар йәмғиәтенең берләшеүен, көсәйеүен күреп торабыҙ, уның  бүлексәләре һәр районда асылырға тейеш, халыҡты хоҡуҡи яҡтан мәғлүмәтле итеүгә ҙур иғтибар бирергә кәрәк”, – тине Премьер-министр.

“Республика халҡы үҙ хоҡуҡтарын яҡларға өйрәнә һәм быны эшләргә мөмкинлек биргән механизмдарҙы ла үҙләштерә", – тине Рәсәй юристары ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина.

Попечителдәр советы рәйесе итеп Андрей Олейник һайланды. Ул “ГидромашАвтоматика” йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй, бер нисә йыл инде Бөрө ҡалаһындағы балалар йортона ярҙам итә һәм “Алға" футбол клубын финанслай.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: