Бөтә яңылыҡтар

Хужаһыҙ йорттарҙы ни эшләтергә?

Башҡортостанда йыл башынан алып хужаһы билдәһеҙ булған 1 136 күсемһеҙ объект теркәлгән.  Бөтә был биналар суд ҡарары нигеҙендә тәүҙә муниципаль мөлкәткә әүерелә, артабан уларҙы теләгән һәр кем һатып ала аласаҡ.

Хужаһыҙ йорттарҙы ни эшләтергә?
Хужаһыҙ йорттарҙы ни эшләтергә?

Башҡортостанда йыл башынан алып хужаһы билдәһеҙ булған 1136 күсемһеҙ объект теркәлгән. Бөтә был биналар суд ҡарары нигеҙендә тәүҙә муниципаль мөлкәткә әүерелә, артабан һатыуға ҡуйыла.

Йәмәғәтселәр төбәктә ташландыҡ биналарҙың күп булыуына электән иғтибар итә. Улар, нигеҙҙә, ферма, келәт, ырҙын биналары, шулай уҡ бер кем дә йәшәмәгән һәм тирә-яғы төҙөкләндерелмәгән торлаҡ йорттар ҙа байтаҡ. Улар күбеһенсә ярым емерек хәлдә һәм тирә-яғынан үтеп йөрөүселәр өсөн хәүеф тыуҙыра.

Рәсәйҙең етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров күптән түгел ошо проблеманы хәл итеү башланғысы менән сығыш яһаны. Ул бөтә ил буйынса ташландыҡ объекттарҙы файҙаланыу тәжрибәһен өйрәнгән һәм Башҡортостан муниципалитеттары өсөн методик тәҡдимдәр эшләгән.

“Рәсәйҙә ауыл хакимиәттәренең хужаһыҙ объекттарҙы суд аша үҙ милкенә әйләндереүе осраҡтары күп, – ти Зариф Байғусҡаров. – Беҙ быны нисек эшләү хаҡында тәҡдимдәр яҙҙыҡ, уларҙы “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралағы, республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән яраштырҙыҡ. Быйыл июндән тәҡдимдәрҙе муниципалитеттарға тарата башланым, хәҙер уларҙы файҙаланалар, эш башланды”.

 

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: