Бөтә яңылыҡтар

Ғилми тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Грант түләүгә бүленгән аҡсаның дөйөм күләме 2022 йылда – 20 миллион һум.

Ғилми тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә
Ғилми тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса ғилми тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамы тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Төбәк етәксеһе ошо маҡсатҡа республика бюджетынан йыл һайын субсидия рәүешендә бүленә торған гранттар булдырҙы. Грант түләүгә йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм күләме 2022 йылда – 20 миллион һум, артабан йыл һайын 30 миллион һум тәшкил итәсәк. Башҡортостан Хөкүмәтенә сираттағы финанс йылға һәм киләһе осорҙарға республика бюджеты проекттарын төҙөгәндә грант түләүгә бюджет ассигнованиеларын күҙ уңында тоторға кәрәк. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы йыл һайын грант алыуға конкурс үткәреүҙе тәьмин итергә һәм еңеүселәргә уны бүлергә тейеш.

 

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145118.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145118.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: