Бөтә яңылыҡтар

Ер тураһындағы ҡануниәткә үҙгәреш индерелде

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 12.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Закон ҡабул итте.

Был ҡануни проект буйынса республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская сығыш яһаны. Был документҡа ярашлы, юл буйы сервисы объекттарын төҙөгәндә уларҙың проекты буласаҡ эш урындары һанын 15-кә тиклем арттырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ҡануни акт шулай уҡ масштаблы инвестиция проекттары өсөн гэмпингтар ойоштороу форсаты ла бирә, ләкин был осраҡта төҙөлөшкә ер майҙаны алыу өсөн буласаҡ модулдәр һаны етенән кәм булмаҫҡа тейеш.

Закон республикала туризм тармағын артабан үҫтереү маҡсатында ҡабул ителде.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: