Бөтә яңылыҡтар

Бюджет проекты комитеттарҙа ҡаралды

Ҡаҙна сығымының ҙур өлөшө һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә тура килә.

Бюджет проекты комитеттарҙа ҡаралды
Бюджет проекты комитеттарҙа ҡаралды

10 ноябрҙә Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандарҙың эштәре, Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары, Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре комитеттарының ултырышында 2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты проекты параметрҙары менән таныштырҙы.

Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты депутаттары коронавирус шарттарында бюджет сығымының ҙур өлөшөн тәшкил иткән һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен ентекле ҡараны.

 – 2022 йылда мотлаҡ медицина страховкаһы аҡсаһын иҫәпкә алғанда, һаулыҡ һаҡлауға йүнәлтелгән сығымдың дөйөм күләме 97 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. 2022 – 2024 йылдарҙа республика бюджетының социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуға ассигнованиелары йыл һайын 42 миллиард һумдан ашыу булыр, тип күҙаллана, – тине Лира Иғтисамова.

Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты ултырышында муниципалитеттарға финанс ярҙамы күрһәтеүгә етди иғтибар бирелде.

– Проектта был маҡсатҡа йыл һайын 76 – 81 миллиард һум самаһы бүлеү күҙаллана, – тине финанс министры.

Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре комитеты депутаттары менән милли именлекте тәьмин итеү сараларын, суд системаһын, түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеүҙе һәм дәүләт власы органдарын ҡарауҙы финанс тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: