Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан бюджетында күпме аҡса буласаҡ?

“Закон проектын парламенттың ете комитеты ла хупланы, хәҙер уны 25 ноябрҙә үтәсәк пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡабул итәсәкбеҙ”.

Башҡортостан бюджетында күпме аҡса буласаҡ?
Башҡортостан бюджетында күпме аҡса буласаҡ?

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими комитеттары “Башҡортостан Республикаһының 2022 йылға һәм 2023 һәм 2024 йылдарға планлы осорона бюджеты тураһында”ғы закон проектын эшләүҙе тамамланы. Хәҙер уны ҡабул итәһе бар.

“Закон проектын парламенттың ете комитеты ла хупланы, хәҙер уны 25 ноябрҙә үтәсәк пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡабул итәсәкбеҙ”, – ти парламент етәксеһе Константин Толкачев. Уның әйтеүенсә, бюджет проектын йәмәғәтселек тикшереүе әле дауам итә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға айырым кешеләрҙән дә, коллективтарҙан да тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр килә. Икенсе уҡыуҙа был проектҡа байтаҡ үҙгәрештәр индерелеүе мөмкин.

Республика ҡаҙнаһының үлсәмдәре шулай билдәләнгән.

Килемдәр буйынса: 2022 йылға – 228,3 миллиард һум, 2023 йылға – 226,5 миллиард һум, 2024 йылға – 238,1 миллиард һум.

Сығымдар буйынса: 2022 йылға – 243,3 миллиард һум, 2023 йылға – 246,5 миллиард һум, 2024 йылға – 238,1 миллиард һум.

Бюджет дефициты 2022 йылға 15 миллиард һум күләмендә билдәләнә, ул дефицитты ҡаплау сығанаҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән.

Фото: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: