Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында

“2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы законы проекты хаҡында мәғлүмәт.

Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында
Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында

Башҡортостан Республикаһы бюджетының килем өлөшө 2022 йылда – 228316,4 миллион һум, 2023 йылда – 226505,2 миллион һум, 2024 йылда 238088,7 миллион һум күләмендә күҙаллана.

Һалым һәм бюджет ҡануниәтендәге, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәрендәге үҙгәрештәрҙе, алдағы йылдарҙа һәм ағымдағы йылдың уҙған осоронда килемдең фактик керемен, шулай уҡ администраторҙарҙың фараз мәғлүмәттәрен иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһы бюджетының һалым һәм һалым булмаған килемдәре күләме 2022 йылда – 157460,7 миллион һум, 2023 йылда – 167378,6 миллион һум, 2024 йылда 179699,8 миллион һум күләмендә планлаштырыла.

2022–2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы бюджетының төп килем сығанаҡтары булып әүәлгесә түбәндәгеләр ҡала:

ойошмалар табышына һалым: 2022 йылда – һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең дөйөм күләменән 33 процент, 2023 йылда – 33,2 процент, 2024 йылда – 34,5 процент;

физик берәмектәрҙең килеменә һалым: 2022 йылда – 28,6 процент, 2023 йылда – 28,3 процент, 2024 йылда – 28,2 процент;

акциздар: 2022 йылда – 17,9 процент, 2023 йылда – 18,7 процент, 2024 йылда – 18,3 процент;

мөлкәткә һалымдар: 2022 йылда – 9,2 процент, 2023 йылда – 9 процент, 2024 йылда – 8,7 процент;

дәүләт милкендәге мөлкәтте файҙаланыуҙан килем: 2022 йылда – 6,1 процент, 2023 йылда – 5,8 процент, 2024 йылда – 5,4 процент.

Был килем сығанаҡтары республика бюджетының дөйөм һалым һәм һалым булмаған килемдәре күләменең 95 процентын тиерлек тәшкил итә.

Кире ҡайтарылмай торған керемдәр 2022 йылда – 70855,7 миллион һум, 2023 йылда – 59126,6 миллион һум, 2024 йылда 58388,9 миллион һум күләмендә күҙаллана.

2022–2024 йылдарға кире ҡайтарылмай торған керемдәр күләме “2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона федераль бюджет тураһында”ғы федераль закон проектына ярашлы “2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы законы проектын 2-се уҡыуға аныҡланасаҡ.

2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты проектының сығым параметрҙары Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы, 2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы бюджеты килемдәрен баһалауҙан, Башҡортостан Республикаһы сығым йөкләмәләренең күҙалланған күләменән һәм 2020 йылдың 21 декабрендәге “2021 йылға һәм 2022, 2023 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы 350-се Башҡортостан Республикаһы Законы (артабанғы үҙгәрештәре менән) тарафынан раҫланған 2021–2023 йылдарға “төп” бюджет ассигнованиелары күләменән, Башҡортостан Республикаһы Башлығының һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең айырым ҡарарҙарынан сығып билдәләнде.

“2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона федераль бюджет тураһында”ғы федераль закон проекты менән план осоронда айырым бюджет-ара трансферттарын (йәки уларҙың өлөштәрен) бүлеү, шул иҫәптән бюджет тәьминәтен тигеҙләүгә дотациялар ҡаралмай, был Башҡортостан Республикаһы бюджетының килем һәм сығым өлөштәрендә барлыҡҡа килгән динамикаға йоғонто яһай.

Башҡортостан Республикаһы сығым йөкләмәләренең күҙалланған күләме 2022 йылда – 243316,4 миллион һум, 2023 йылда – 226505,2 миллион һум, 2024 йылда 238088,7 миллион һум тип баһалана.

Киләһе өс йыллыҡ осорға бюджеттағы сығымдарҙың өҫтөнлөгө – милли проекттар ярҙамында тормошҡа ашырылған үҫештең милли маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ итеү. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 7 майындағы “2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы 204-се һәм 2020 йылдың 21 июлендәге “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары тураһында”ғы 474-се Указдарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһында 11 милли проект составында 45 төбәк проекты тормошҡа ашырыла.

Төбәк проекттарының финанс тәьминәте күрһәткестәре 2022 йылда – 24837,2 миллион һум, 2023 йылда – 23968,6 миллион һум, 2024 йылда 22168,0 миллион һум күләмендә билдәләнде.

Бюджет сығымдары структураһында бөтә социаль өҫтөнлөктәр һаҡлап ҡалынды, хатта киңәйтелде. Сығымдың өстән ике өлөшөн тиерлек әүәлгесә социаль әһәмиәтле йүнәлештәргә бүлеү планлаштырыла.

Республика бюджеты сығымдарында иң мөһим йүнәлештәр:

мәғариф: 2022 йылда – дөйөм сығым күләменең 24 проценты, 2023 йылда – 25,9 проценты, 2024 йылда – 24,1 проценты. Был сығымдар 1-4-се класс уҡыусылары өсөн бушлай ҡайнар аш менән туҡланыуҙы ойоштороуға йүнәлтелгән аҡсаны, “Мәғариф” милли проектына ярашлы дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыу буйынса сараларҙы, заманса белем биреү технологияларын ғәмәлгә индереү өсөн шарттар булдырыуҙы үҙ эсенә ала;

һаулыҡ һаҡлау (Башҡортостан Республикаһының Территориаль мотлаҡ медицина страховкаһы фондына эшләмәгән халыҡтың мотлаҡ медицина страховкаһына страховка иғәнәләренә бүленгән трансферттарҙы иҫәпкә алып): ярашлы рәүештә 20,3 процент, 20 процент, 18,1 процент. Был аҡса “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттарының ете төбәк проектын тормошҡа ашырыуға, льготалыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, ауылда медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ мәсьәләләрен хәл итеүгә, Башҡортостан Республикаһының түбәнге һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу программаһы сараларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә;

социаль сәйәсәт (Башҡортостан Республикаһының Территориаль мотлаҡ медицина страховкаһы фондына эшләмәгән халыҡтың мотлаҡ медицина страховкаһына страховка иғәнәләренә бүленгән трансферттарҙы иҫәпкә алмайынса): 2022 йылда – 18 процент, 2023 йылда – 18,8 процент, 2024 йылда – 17,9 процент. Бында социаль ярҙам һәм социаль хеҙмәт күрһәтеү, “Демография” милли проектының “Бала тыуғанда ғаиләләргә финанс ярҙамы”, “Өлкән быуын” төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола;

милли иҡтисад: ярашлы рәүештә 17,3 процент, 17,6 процент, 21,2 процент, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына субсидия биреү, эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең муниципаль программаларына булышлыҡ итеү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген танытыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 2022–2024 йылдарҙа эшҡыуарлыҡ өлкәһендә йыл һайын 0,5 процент күләмендәге сығымдар.

2022 йылда 15000,0 миллион һум күләмендә күҙалланған Башҡортостан Республикаһы бюджеты килемдәре менән сығымдары араһындағы айырма (дефицит) тейешле финанслау сығанаҡтары менән тәьмин ителә. 2023–2024 йылдарҙа бюджет проектының дефицитһыҙ булыуы күҙаллана.

Фото: srb62.ru.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: