Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров прокуратура хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы

"Бурысығыҙға яуаплы ҡарағанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәтем сикһеҙ".

Радий Хәбиров прокуратура хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы
Радий Хәбиров прокуратура хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй прокуратураһына 300 йыл тулыу айҡанлы, тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе республикабыҙҙың прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һәнәри байрамдары менән ҡотланы, дәүләт наградалары тапшырҙы.

Башҡортостандың Почет грамотаһы менән Владимир Андреев һәм Зөбәрә Муфтахова бүләкләнде. “Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исемде Рәбис Йәнекәев, Фәнзүрә Мөхәмәтйәнова, Валерий Рыжов, Фәних Хәйруллин алды.

– Бөгөн беҙ дәүләттең ныҡлы таянысы булған хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Улар тәртип һағында тора, граждандарҙың хоҡуғын һәм иркен яҡлай. Башҡортостан прокуратураһы илебеҙҙә алдынғыларҙан һанала. Бурысығыҙға яуаплы ҡарағанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәтем сикһеҙ. Һеҙ коррупцияға ҡаршы көрәш алып бараһығыҙ.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, прокуратура органдары иҡтисади тормошобоҙҙо үҫтереүгә күп көс түгә, эшлекле климатты яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре хәстәрлеге менән былтыр 650 етем бала торлаҡлы булған.

– Айырым рәхмәт һүҙҙәрен прокуратура органының ветерандарына еткергем килә, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙың иң яҡшы традицияларын йәштәр дауам итә.

Фото: Башҡортостан Башлығы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: