Бөтә яңылыҡтар

Бюджет 17,9 миллиард һумға арта

Төбәк иҡтисады үҙен ярайһы уҡ ышаныслы тоя.

Бюджет 17,9 миллиард һумға арта
Бюджет 17,9 миллиард һумға арта

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бюджет комитеты ултырышында депутаттар “2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проектына төҙәтмәләрҙе ҡараны. Төҙәтмәләрҙең ҙур өлөшө 2022 йылда күҙалланған килем күләменең 17,9 миллиард һумға артыуы менән бәйле.

– Закон проектын Башҡортостан Башлығы тарафынан ҡарауға әҙерләгәндә байтаҡ төҙәтмәләр индерелде, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Улар киләһе өс йылға бюджет тураһында федераль закон ҡабул ителеүгә һәм кире ҡайтарылмай торған керемдәр күләмен аныҡлауға, шулай уҡ шәхси килем сығанаҡтарын, иң элек табышҡа һалымды ҡайтанан ҡарауға бәйле.

Шулай итеп 2022 йылға килем – 246,2 миллиард һум, сығым – 267,6 миллиард һум, дефицит 21,4 миллиард һум күләмендә күҙаллана.

– Дефицит нормативтарға тап килә, уны ҡаплау сығанаҡтары аңлашыла. Был маҡсатҡа 2021 йылда файҙаланылмай ҡалған аҡса йүнәлтелә, – тине Константин Толкачев. – Дефицитты финанслауға заем аҡсаһы, шул иҫәптән инфраструктура бюджет кредиты йәлеп ителәсәк.

Парламент Рәйесе, бюджетты сифатлы үтәү мәсьәләһе алғы планға сыға, тип билдәләне.

– Төбәк иҡтисады үҙен ярайһы уҡ ышаныслы тоя. Бюджетҡа етди һандар һалынған, хәҙер бөтә аҡсаның адресаттарға ваҡытында барып етеүен һәм һөҙөмтәле файҙаланылыуын тәьмин итергә кәрәк, – тине ул.

Фото: vk.com/wall-135317928_1278

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: