

Башҡортостанда гараж амнистияһы тураһындағы законға бәйле хәл нисек? Төбәк халҡы социаль селтәрҙә ошондай етди һорауҙар бирә.
Республикаға идара итеү үҙәге республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендәге коллегалары менән бәйләнешкә инде. Был бик ваҡытлы булды. Ғинуарҙа Башҡортостан парламентарийҙары “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы республика законына үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарай.
Мәғлүм булыуынса, 2021 йылдың сентябренән илдә “гараж амнистияһы” тураһындағы закон эшләй башлағайны. Ул нимәгә кәрәк? Яҡынса мәғлүмәтттәр буйынса, Башҡортостанда рәсми теркәлмәгән 40 меңгә яҡын гараж иҫәпләнә. Элегерәк үҙ хоҡуғыңды тик суд ҡарары нигеҙендә генә теркәргә мөмкин ине. Был оҙаҡ һәм уңайһыҙ. Яңы закон гаражға һәм ул урынлашҡан ергә хоҡуҡты теркәүҙең аңлайышлы алымын тәҡдим итә.
“Гараж амнистияһы” тураһындағы төп һорау, яуаптарҙың барыһын да беҙ һүрәттәрҙә сағылдырҙыҡ. Үҙегеҙҙең йәки туғандарығыҙҙың гаражы булып та, хоҡуҡтар теркәлмәһә – был мәғлүмәт мотлаҡ файҙалы булыр. Һүрәттәр йыйылмаһына күҙ һалығыҙ.
Фото: vk.com/wall-201146046_20319
Сығанаҡ: vk.com/tsur_bashkortostan