Бөтә яңылыҡтар

Ер майҙаны сауҙалашмай ғына бирелде

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса Милек менән идара итеү комитеты компанияларҙың береһе менән күп фатирлы торлаҡ йорт төҙөүгә инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн ер майҙанын ҡуртымға биреү буйынса килешеү төҙөнө.

Ер майҙаны сауҙалашмай ғына бирелде
Ер майҙаны сауҙалашмай ғына бирелде

“Күп фатирлы был йорттоң майҙаны 8010,23 квадрат метр, инвестиция проектын тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2023 йылдың аҙағы”, – тип белдерҙе ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

Министрлыҡтың территориаль идаралығы ер майҙанын ҡуртымға сауҙалашыу үткәрмәй генә бирҙе, сөнки намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән алданған өлөшсөләрҙе яҡлау талап ителә – дөйөм майҙаны 200 квадрат метрҙан ашыу булған алты бина хоҡуҡтары боҙолған граждандар исемлегенә индерелгән кешеләр милкенә тапшырыласаҡ.

Дәүләт милкен сауҙалашыу үткәрмәйенсә биреү эшҡыуарҙарға төҙөлөштө тиҙерәк башларға булышлыҡ итә. Алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү маҡсатында ер майҙанын сауҙалашыу үткәрмәйенсә биреү Рәсәйҙең Ер кодексы һәм Башҡортостан ҡануниәте тарафынан көйләнә.

 Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: