Бөтә яңылыҡтар

Законды үтәргә теләмәһәң...

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда муниципалитеттарҙың административ комиссияларына хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 88 433 эш килгән.

Законды үтәргә теләмәһәң...
Законды үтәргә теләмәһәң...

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда муниципалитеттарҙың административ комиссияларына хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 88 433 эш килгән. Уларҙы ҡарап, хоҡуҡ боҙғандарға 102,8 миллион һумлыҡ штраф һалынған - үткән йылға ҡарағанда 36,6 процентҡа күберәк.

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Заниль Ғәләмов һөйләне.

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күбеһе газонға машина ҡуйыу менән бәйле – 23 289 эш. Автомобилдәрҙе контейнер майҙансыҡтары янында ҡалдырған өсөн 8 903 эш ҡуҙғатылған. Башҡортостандың “Сәнәғәттә, төҙөлөштә һәм төҙөкләндереүҙә административ хоҡуҡ боҙоуҙар” тураһында кодексының 6-сы бүлегенә ярашлы, бөтәһе 54 362 эш ҡаралған, был 2020 йылға ҡарағанда 17 процентҡа күберәк.

Радий Хәбиров муниципалитеттарҙың административ комиссиялары эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

– Өс йыл элек ихаталарҙан иҫке автомобилдәрҙе йыя башланыҡ. Был ваҡыт эсендә ике мең самаһы берәмек ташландыҡ техника сығарылды. Еңел булмаған процесс булһа ла, был бик кәрәкле эш, сөнки һүҙ кешеләрҙең милке тураһында бара. Бөтә процедураларҙы аныҡ үтәү мөһим, – тине төбәк етәксеһе. – Һөҙөмтәлә был автомобилдәр ҡуйыу өсөн ихаталарҙа урындарҙы бушатырға мөмкинлек бирә.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Өфөлә Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ урында туҡталҡа тыйылғанын әйтте, әммә ҡайһы берәүҙәр быны онота. Радий Хәбиров Совет майҙанында тәртип урынлаштырырға, ҡағиҙәне боҙғандарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырырға ҡушты.

Республика етәксеһе комиссияларға артабан да газондарҙа һәм башҡа ярамаған урындарҙа автомобилен ҡалдырғандар менән әүҙем көрәшергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: