Бөтә яңылыҡтар

Бушлай юридик ярҙам – көнүҙәк мәсьәлә

Миллионлаған кеше бушлай юридик ярҙамға мохтаж.

Бушлай юридик ярҙам – көнүҙәк мәсьәлә
Бушлай юридик ярҙам – көнүҙәк мәсьәлә

Рәсәй Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм хоҡуҡ буйынса комитеты икенсе уҡыуҙа бушлай юридик ярҙам күрһәтеү буйынса закон проектын ҡараны.

Законға индереләсәк үҙгәрештәр тураһында Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм хоҡуҡ буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина һөйләне.

Депутат хәбәр итеүенсә, үҙгәрештәр бушлай юридик ярҙамдың дәүләткә ҡарамаған системалары субъекттары исемлеген киңәйтеүҙе күҙ уңына тота.

“Закон проекты бындай ярҙамды күрһәтеүҙе контролгә алыуҙы, шулай уҡ юридик клиникаларҙың статусын аныҡлай. Бындай ойошмалар юғары уҡыу йорттары ҡарамағына инә, уларҙа студенттар - буласаҡ юристар граждандарға юридик ярҙам күрһәтә. Закон проекты хеҙмәткәрҙәргә яңы талаптар ҡуя: студенттар белем алыу ваҡытының яртыһын уҡыған һәм академик бурысһыҙ булырға тейеш”, - тип аңлатма бирә Ирина Панькина.

Бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙең дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған системаларында ҡатнашыусылар ярҙам күрһәтеүҙәре тураһында Минюстҡа мәғлүмәт бирергә тейеш буласаҡ.

“Был мәсьәлә бик актуаль: бөгөн миллионлаған кеше бушлай юридик ярҙамға мохтаж. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә бөтәһе 28 генә дәүләт юридик бюроһы иҫәпләнә. Юридик ярҙам ашығыс ярҙам кеүек күрһәтелергә тейеш. Беҙҙең тәжрибәнең башҡа төбәктәргә лә таралырына шик юҡ”, – тип билдәләне Ирина Панькина.

Фото: "Башинформ".

Автор:Римма Султанова
Читайте нас в