Бөтә яңылыҡтар

Заказсылар өсөн методик тәҡдимдәр әҙерләнде

Уларҙы Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәсми сайтында "Документтар" бүлегендә табырға була.

Заказсылар өсөн методик тәҡдимдәр әҙерләнде
Заказсылар өсөн методик тәҡдимдәр әҙерләнде

Республика Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты “Юридик шәхестәрҙең айырым төрҙәре тарафынан тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу тураһында”ғы 223-сө Федераль законы сиктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан һатып алыу буйынса методик рекомендациялар әҙерләгән.

Тәҡдимдәр заказсыларға методик ярҙам күрһәтеү, уларҙың мәғлүмәтлелеген арттырыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнашлығында һатып алыу процедураларын үткәргәндә хаталар һанын кәметеү өсөн әҙерләнгән.

"Был тәҡдимдәрҙең актуаллеге 223-сө Федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә бәйле. Уларға ярашлы, 2022 йылдың 1 ғинуарынан ошо закон сиктәрендә бөтә заказсылар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ  субъекттарынан һатып алыуҙар һөҙөмтәләре буйынса – 25, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ғына ҡатнашҡан һатып алыуҙар һөҙөмтәләре буйынса 20 процент күләмендә һатып алыуҙар үткәрергә тейеш", – тип билдәләне Гөлшат Арыҫланова.

Документта Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1352-се ҡарарына ярашлы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан һатып алыуҙарҙы тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре, уларҙы бойомға ашырыу алымдары, үткәреү тәртибе сағылдырылған:

а) төрлө шәхестәр, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнаша алған һатып алыуҙар;

б) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ғына ҡатнаша алған һатып алыуҙар, йәғни бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары вәкилдәренең генә ҡатнашыуын сикләү билдәләнә;

в) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары иҫәбенән субподрядсыларҙы (башҡарыусыларҙы) килешеүҙе үтәүгә йәлеп итеү тураһында талаптар менән һатып алыуҙар.

Методик тәҡдимдәрҙә шулай уҡ һатып алыуҙар үткәреү шарттары менән танышырға була:

- әгәр килешеүҙең башланғыс (максималь) хаҡы 200 миллион һумға тиклем булһа - заказсы тауарҙарҙы, эштәрҙе, хеҙмәттәрҙе бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектарынан ғына һатып алырға тейеш;

- әгәр килешеүҙең башланғыс (максималь) хаҡы 200 миллион һумдан 800 миллион һумға тиклем булһа - заказсы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектарынан  һатып алыуға хоҡуҡлы;

- әгәр килешеүҙең башланғыс (максималь) хаҡы 800 миллион һумдан ашыу торһа - заказсыға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алырға ярамай.

Методик тәҡдимдәрҙе Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәсми сайтында "Документтар" бүлегендә табырға була.

Фото: pravitelstvorb.ru 

Автор:Алтынай  Солтанғужина
Читайте нас: