

Баш ҡалала “Фәрештә” (“Ангел”) системаһы эшләй башланы.
Комиссия ағзалары йәшелләндерелгән биләмәләрҙә ҡалдырылған машинаның дәүләт номерҙарын фотоға төшөрөп, теркәп бара. Тәү ҡарашҡа прибор ябай планшетҡа оҡшаш. Тап ошо техника ярҙамында райондарҙың административ комиссия ағзалары тәртип боҙоусыларҙы теркәгәндән һуң, дәүләт автоинспекцияһы программаға килгән мәғлүмәт буйынса водителгә хат ебәрә. Водитель машинаһын газондан тиҙерәк алып китергә ашыҡһа ла, ул штрафтан ҡотола алмай.
Үкенескә күрә, йәшелләндерелгән урындарға “тимер ат”тарын ҡуйып китеүселәр бихисап. Был баш ҡала йәмен боҙа, машина ҡуйылған урында үлән оҙаҡ үҫмәй. Аҙ ғына ваҡыт эсендә Өфөнөң Ленин районында иллеләгән ҡағиҙә боҙоусы теркәлгән. Оҙаҡламай уларға штраф киләсәк. Газонға машинаһын ҡалдырып киткән граждандар – бер меңдән ике мең һумға, вазифалы кешеләр – биш меңдән ун меңгә, юридик шәхестәр 20 меңдән 30 мең һумға тиклем штраф түләргә бурыслы. Бындай система Воронеж, Ҡазан ҡалаларында ла эшләп килә. Өфө халҡының күбеһе яңы системаны хуплай. Шулай ҙа беҙҙә автомобиль ҡуйыу урындарын күбәйтеү тураһында ла уйларға кәрәк, ти ҡала халҡы.
Фото: Ufa.aif.ru