

Башҡортостан Милли ер мәғлүмәттәре системаһын булдырыу буйынса илдең пилот төбәктәре иҫәбенә инде. Был хаҡта 12 июлдә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров кәңәшмәһендә һүҙ барҙы. Видеоконференция режимында унда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡатнашты.
Фекер алышыу башында Игорь Комаров һанлы трансформацияның 2030 йылға тиклем Рәсәй үҫешенең биш милли маҡсатының береһе булыуын билдәләне.
– Әлеге шарттарҙа илдең технологик үҙаллылығын тәьмин итеү бурысын уңышлы үтәү, шулай уҡ кешеләр һәм эшҡыуарлыҡ өсөн дәүләт хеҙмәттәре, сервистары сифатын күтәреү дәүләт идаралығы өлкәһендә һанлы өлгөргәнлектән, ватан заманса һанлы ҡоралдарын булдырыуҙан һәм индереүҙән тора, – тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле.
Ер һәм күсемһеҙ милек тураһындағы мәғлүмәттең милли системаһын булдырыу ер ресурстарын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, бөтә ил биләмәһендә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ гарантияларын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Ошо пилот проектында ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең 20 төбәген, шул иҫәптән Башҡортостанды һайлап алдылар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, июль башында республика Хөкүмәтендә Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын тултырыу буйынса яҡынса йомғаҡтар тикшерелде. Атап әйткәндә, рөхсәт ителгән файҙаланыу төрө булмаған 23 меңдән ашыу участканан республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы 18,8 мең участка буйынса аныҡлаусы мәғлүмәттәр әҙерләп, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индергән. Бынан тыш, Башҡортостанда төбәктең һанлы адреслы карталарын булдырыуға тотондолар.
Игорь Комаров башҡа субъекттарҙың да Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрын тултырыу нигеҙендә Милли ер мәғлүмәттәре системаһын булдырыуҙы эшкәртә башларға тейешлеген билдәләне. Ул төбәк кимәлендә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары менән электрон эш итеүҙе көсәйтергә кәңәш итте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.