

Күп ҡатлы йорттарҙағы уртаҡ мөлкәт буйынса коммуналь ресурстар өсөн иҫәпләшеү ысулын һайлауҙы ошонда йәшәгән милекселәрҙең дөйөм йыйылышы ғына хәл итә ала. Әлеге осраҡта һүҙ быйыл 1 сентябрҙән индереләсәк үҙгәрештәр тураһында бара.
Рәсәй Хөкүмәтенең быйылғы 3 февралдә ҡабул иткән 92-се ҡарарына ярашлы, күп ҡатлы йорттарҙағы уртаҡ милек буйынса коммуналь ресурстар өсөн түләү тәртибе үҙгәрә.
Күп ҡатлы йорттарҙағы милекселәрҙеке булған уртаҡ мөлкәт өсөн коммуналь ресурстар иҫәбенә нимәләр инә? Улар – лифттар, домофондар, дөйөм файҙаланыуҙағы урындарҙы (баҫҡыс майҙансыҡтары, подвал, сарҙаҡ) яҡтыртыуға киткән электр энергияһы; баҫҡыс майҙансыҡтарын һәм сүп үткәргестәрҙе йыуыуға, газондарҙы һәм ҡойма буйҙарын һуғарыуға, йылытыу миҙгеленә әҙерләнгәндә системаны преслауға, күп ҡатлы йортта батареяларҙы ремонтлағанда киткән һыу.
Ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә ярашлы, ошо күрһәтелгән ресурстар өсөн түләү нормативтар менән сикләнгән. Шуға фатир хужалары шул сиктәрҙә генә түләне, ә йорт нормативтан тыш тотонған ресурстар өсөн түләү идарасы компанияға йөкмәтелеп килде. Хөкүмәт ҡарары буйынса билдәләнгән үҙгәрештәр үҙ көсөнә ингәс тә милекселәр йорттағы уртаҡ мөлкәт өсөн коммуналь ресурстарҙы тулы күләмдә түләй башлаясаҡ. Был осраҡта түбәндәге ресурстар иҫәпкә алына: һыуыҡ һәм эҫе һыу, йыуынты һыу һәм электр энергияһы.
Әгәр ҙә күп ҡатлы йорт иҫәп приборҙары менән йыһазландырылмаған икән, уртаҡ мөлкәт буйынса коммуналь ресурстар өсөн түләү Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләгән норматив буйынса башҡарыла.
Түләү ысулын билдәләү буйынса милекселәрҙең дөйөм йыйылышын үткәреү протоколының формаһы менән ошо ссылкала танышырға мөмкин: