Артыҡ тотонһаң, өҫтәп түләйһең

Быйылғы йылдың 1 сентябренән, Рәсәй Хөкүмәтенең 2022 йылдың 3 февралендәге 92-се ҡарары нигеҙендә, күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте файҙаланған өөсн коммуналь түләүҙәр тәртибе билдәләнде

Артыҡ тотонһаң, өҫтәп түләйһеңАртыҡ тотонһаң, өҫтәп түләйһең
Артыҡ тотонһаң, өҫтәп түләйһең

Быйылғы йылдың 1 сентябренән, Рәсәй Хөкүмәтенең 2022 йылдың 3 февралендәге 92-се ҡарары нигеҙендә, күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте файҙаланған өсөн коммуналь түләүҙәр тәртибе билдәләнде. Тимәк, норманан тыш ҡулланған өсөн түләү хәҙер идара итеүсе компанияға түгел, ә милекселәргә йөкмәтелә.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы аңлатыуынса, ошо 92-се ҡарарҙың асылы – дөйөм йорт иҫәпләгес приборҙары буйынса фактик түләүгә күсеү. Быйылғы 1 сентябргә саҡлы дөйөм йорт мөлкәте өсөн сығымдарҙы был йортта йәшәгәндәр нормативтың иң юғары сигенә тиклем генә түләһә, артабан уны дөйөм йорт приборҙары күрһәткестәренә ҡарап, йәғни  тулы күләмдә түләргә тейеш буласаҡ.

Дөйөм йорт мөлкәтен файҙаланыуға тотонолған коммуналь ресурстар күп фатирлы йортта йәшәгән барлыҡ милекселәргә ҡағыла: күп фатирлы йорттағы дөйөм файҙаланыу урындарын (баҫҡыс майҙансыҡтары, подвал, сарҙаҡ) һәм йорт тирәһе биләмәһен яҡтыртыу; баҫҡыс майҙансыҡтарын һәм сүп үткәргестәрҙе йыуыу, газондарға һәм ҡойма буйҙарына һибеү өсөн һыу тотоноу; йылытыу миҙгеленә әҙерләнгәндә системаны һынап ҡарауға киткән һыу; күп фатирлы йортта батареяларҙы ремонтлағанда һыу түгеүгә йәки өҫтәүгә киткән сығым.

Дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләү суммаһы майҙанға ярашлы иҫәпләнә һәм был йортта теркәлгән кешеләр һанына ҡарамай. Бөтә сығымды милекселәр торлаҡ йәки торлаҡҡа ҡарамаған дөйөм майҙандан сығып түләйәсәк. Был осраҡта түбәндәге ресурстар иҫәпкә алына: һыуыҡ һәм эҫе һыу, йыуынты һыу һәм электр энергияһы.

Ябай ғына миҫал килтерәйек: 2022 йылдың сентябрендә йорт 100 кубометр һыу тотонған, ә бында йәшәгәндәр индивидуаль иҫәп приборҙарының күрһәткесен 70 кубометр тип тапшырған.

10 кубометр һыу – дөйөм йорт мөлкәтен файҙаланыуға коммуналь ресурстар, ә 20 кубометр – дөйөм йорт мөлкәтен файҙаланыуҙағы норманан тыш коммуналь ресурстар, ул быға саҡлы идара итеүсе компанияға йөкмәтелә ине.  Элегерәк ул ошо 30 кубометрҙың 10-һын ғына халыҡтан түләтә ине, ә 1 сентябрҙән йортта йәшәгәндәр был 30 кубометрҙы тулыһынса түләй башлаясаҡ. Шуныһына иғтибар итеүегеҙҙе һорайбыҙ! Йорт ошо ресурсты файҙаланған, прибор теркәгән – был иһә виртуаль һандар түгел, ә факт. Ә бына ошо 30 кубометр ҡайҙан килеп сыҡҡан –  әйҙәгеҙ, шул тура уйлашайыҡ!

Бының сәбәбе бер нисәү булырға мөмкин:

1) индивиуаль иҫәп приборҙары күрһәткестәрен үҙ ваҡытында тапшырмау, ҡайһы бер кешеләр уны тейешле мәлдә ҡарамай һәм ҡулланылған ресурстар өсөн ныҡ һуңлатып түләй;

2) ҡайһы бер фатир хужалары иҫәп приборҙары күрһәкестәрен юрамал кәметә. Бының өсөн һыу ҡулланыу иҫәпләгестәренә магнит ҡуя, тапшырғанда йәки квитанцияла фактик күрһәткескә тура килмәгән һандарҙы күрһәтә;

3)  индивидуаль иҫәп приборы булмаған осраҡта фатир хужаһы норматив буйынса түләй. Был осраҡта күләм ошо торлаҡ майҙанында нисә кеше теркәлеүенә ҡарап билдәләнә, ғәмәлдә фатирҙа бер нисә кеше йәшәүе лә ихтимал. Шулай итеп, айырма дөйөм йорт мөлкәтен файҙаланыуҙағы норманан ашып киткән коммуналь ресурстарға өҫтәлә;

4) ресурстарҙың ситкә китеү ихтималлығы;

5) йорт селтәренә сит ҡулланыусыларҙың тоташыуы.

Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 156-сы ҡағиҙәһенә ярашлы һәм 92-се Ҡарарҙы иҫәпкә алып, дөйөм йорт мөлкәтенә коммуналь ресурстарҙы иҫәпләүҙә тәүбәндәге ысулдар ҡарала:

1) күп фатирлы йорт дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары менән йыһазландырылған икән – дөйөм йорт мөлкәтен файҙаланыуға коммуналь ресурстарҙың билдәләнгән нормативынан һәм киләһе йылдың беренсе кварталында дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары күрһәткестәре буйынса ҡайтанан иҫәпләгәндән һуң билдәләнгән тарифтан сығып түләү;

2) әгәр ҙә йорт дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары менән йыһазландырылмаған икән – дөйөм йорт мөлкәтен файҙаланыуға коммуналь ресурстарҙың билдәләнгән нормативынан һәм тарифынан сығып түләү;

3) күп фатирлы йорт автоматлаштырылған мәғлүмәт-үлсәү иҫәп системаһы менән йыһазландырыған осраҡта – ошо система күрһәткестәрен ҡарап түләргә;

4) торлаҡ майҙаны милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары буйынса дөйөм мөлкәтте файҙаланған өсөн билдәләнгән үлсәмдә йәки дөйөм йорт мөлкәте өсөн коммуналь ресурстарҙың уртаса айлыҡ күләмендә түләргә.

Шуныһы мөһим! Иҫпә-хисап яһау ысулын милекселәр дөйөм йыйылышта ғына һайлай ала. Бындай йыйылышты үткәреү протоколының формаһы менән ошо сайтта танышырға мөмкин:

https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/472932/ 

Дөйөм йорт мөлкәтен файҙаланғанда коммуналь ресурстар күләмен кәметеү өсөн был йортта йәшәгәндәр нимә эшләй ала?

Йортто хеҙмәтләндергән идарасы компания менән осрашыу ойошторорға һәм һеҙҙең йорттоң һуңғы алты айҙа дөйөм йорт ихтаяждары өсөн күпме ресурс тотонғанын аныҡларға. Шул саҡта ҡулланылған ресурс күләме һәм финанс йөкләмәһе суммаһы аңлашыласаҡ. Коммуналь ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу ғына түләү йөгөн кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Фото: yandex.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас