

Рәсәй Президенты мобилизацияланған эшҡыуарҙарға бизнесҡа идара итеүҙе ышаныслы кешегә тапшырырға рөхсәт һәм кредит каникулына хоҡуҡ биргән законға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, йүнсел биш эш көнө дауамында бизнесты артабан алып барыуға бәйле ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә ала, шул иҫәптән – уны ышаныслы кешегә тапшырыуҙы ла.
“Федераль ҡануниәттә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған, тейешле реестрҙа булған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына кредит каникулы биреү шарты аныҡланды”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова.
Мобилизация фактын раҫлаған документтарҙы эшҡыуар үҙе лә, кредит ойошмаһының үтенесе буйынса Рәсәй Оборона министрлығынан тейешле мәғлүмәт алған Федераль һалым хеҙмәте лә бирә ала.
Фото: республика Хөкүмәте.