Йылдан-йыл йоғонтолораҡ була бара

Закон сығарыу органдары ассоциацияһы ултырышында ниҙәр ҡаралды?

Йылдан-йыл йоғонтолораҡ була бараЙылдан-йыл йоғонтолораҡ була бара
Йылдан-йыл йоғонтолораҡ була бара

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы төбәктәренең дәүләт власы закон сығарыу органдары ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты.

Сараны асып, Игорь Комаров Рәсәй составына Донецк һәм Луганск республикаларын, Запорожье, Херсон өлкәләрен ҡабул итеүҙең тарихи мөһимлеген билдәләне. Ул округ төбәктәренә Донбассҡа шефлыҡ ярҙамы күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы ассоциация эшмәкәрлегенең гражданлыҡ йәмғиәтен булдырыуҙа, илһөйәрлек тәрбиәләүҙә әһәмиәте ҙур булыуын билдәләне.

“Ассоциация йылдан-йыл йоғонтолораҡ майҙан була бара, парламент-ара хеҙмәттәшлекте, ҡануниәтте камиллаштырыу эшендә тәжрибә уртаҡлашыуҙы тәьмин итә”, – тине Радий Фәрит улы.

Республика етәксеһе ҡанундар сығарыу эшмәкәрлегендәге заман талап иткән төп бурыстарҙы билдәләне.

Фото: glavarb.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас