Бюджет проекты тәҡдим ителде

Ул барлыҡ социаль йөкләмәләрҙең үтәлешен гарантиялай.

Бюджет проекты тәҡдим ителдеБюджет проекты тәҡдим ителде
Бюджет проекты тәҡдим ителде

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ултырышында “2023 йылға һәм 2024, 2025 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проекты менән сығыш яһаны.

Проект элегерәк билдәләнгән өҫтөнлөктәр буйынсаа күсәгилешлелекте һаҡлай, әлеге иҡтисади хәлде һәм тәү сираттағы бурыстарҙы тормошҡа ашырыу зарурлығын иҫәпкә алып төҙөлгән.

– Бюджет проекты социаль йүнәлешле һәм барлыҡ социаль йөкләмәләрҙең үтәлешен гарантиялай. Бюджет параметрҙары бер үк ваҡытта республикалағы муниципаль берәмектәргә булышлыҡ итеүгә, уларҙың инфраструктураһын нығытыуға йүнәлтелә, – тине Лира Иғтисамова.

 Тәҡдим ителгән закон проекты киләһе өс йылға республика бюджетының түбәндәге төп параметрҙарын билдәләй:

2023 йыл: килем – 265,1 миллиард һум, сығым – 279,6 миллиард һум, дефицит – 14,5 миллиард һум;

2024 йыл: килем – 247 миллиард һум, сығым – 252 миллиард һум, дефицит – 5 миллиард һум;

2025 йыл: килем – 254 миллиард һум, сығым – 257,5 миллиард һум, дефицит – 3,5 миллиард һум.

Мәғлүм булыуынса, 1 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы “2023 йылға һәм 2024, 2025 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы республика законы проектын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарауына тәҡдим итте.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19321/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас