

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы ошо турала закон ҡабул итергә йыйына.
“Закон проекты 2023 йылдың 1 ғинуарынан уллыҡҡа алынған һәм патронат ғаиләләргә тәрбиәгә бирелгән етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балаларға пособие күләмен 10 процентҡа арттырыуҙы күҙ уңында тота”, – ти парламент етәксеһе Константин Толкачев. – “Быйыл ошо пособиеға индексация яһалмағайны, ә уға тиклем дүрт процент индексация булғайны”.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, өс йәшкә тиклемге сабый өсөн пособие 7 143 һумдан 7 857 һумғаса артасаҡ, ә өс йәштән олораҡ балалар өсөн ул 6 868 һумдан 7 555 һумға етергә тейеш. Үҫештә артта ҡалған балалар өсөн пособие ла 10 процентҡа артасаҡ.
Фото: yandex.ru.