

Республика парламенты депутаттары “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың муниципаль берәмектәрҙә хәрби комиссарҙарҙың статусын көсәйтеү мәсьәләһе буйынса Рәсәй Федерацияһының оборона министры С.К. Шойгуға мөрәжәғәте тураһында” ҡарар ҡабул итергә ниәтләй.
– Беҙ муниципаль берәмектәрҙәге хәрби комиссарҙарға һәм комиссариат хеҙмәткәрҙәренә хәрби хеҙмәткәр статусын бирергә тәҡдим итәбеҙ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Был территориаль оборонаны ойоштороу, тулыландырылған хәрби частар менән үҙ-ара бәйләнеш булдырыу, аппаратты әҙерләү мәсьәләләрен һөҙөмтәлерәк хәл итеү, практик сараларҙы сифатлыраҡ тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк. Хәрби хеҙмәткәр статусы шулай уҡ муниципаль кимәлдәге комиссариаттарҙың төп звеноһын социаль яҡлауҙы ла көсәйтәсәк.
Республика парламенты спикеры билдәләүенсә, мобилизация сараларын үткәргәндә төп көсөргәнеш һәм яуаплылыҡ тап муниципалитет комиссариаттары иңенә төшә.
– Шул уҡ ваҡытта муниципаль берәмектәрҙәге хәрби комиссарҙарҙың хәрби хеҙмәткәр статусы юҡ. Ошондай статус биреп һәм уларҙы социаль яҡлау кимәлен күтәреп, беҙ комиссарҙарҙың эш һөҙөмтәлелеген арттырасаҡбыҙ. Ә был – илебеҙҙең оборона һәләтенең мөһим шарты.
Фото: ufa.kp.ru
Сығанаҡ: gsrb.ru