Улар транспорт һалымын түләмәйәсәк

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы был туралағы законға төҙәтмә индерҙе

Улар транспорт һалымын түләмәйәсәкУлар транспорт һалымын түләмәйәсәк
Улар транспорт һалымын түләмәйәсәк

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы был туралағы законға төҙәтмә индерҙе

Республика парламентының кисә булып үткән пленар ултырышында депутаттар “Транспорт һалымы тураһында”ғы Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индерҙе. Уға ярашлы, Донецк һәм Луганск республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кешеләр 2022 йылғы транспорт һалымынан азат ителә.

“Ташлама һәр төрҙәге – еңел автомобиль, йөк автомобиле, мотоцикл, мотороллер, сылбырлы йөрөшлө техника йәки механизм – берәр транспорт сараһына бирелә. Был осраҡта ошо техниканың йәше һәм двигатель ҡеүәте иҫәпкә алынмай”, – тип аңлатты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова, депуттар алдында сығыш яһап.

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас