Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республика Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре ултырышында “2023 йылға һәм 2024, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проектына Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән индерелгән төҙәтмәләрҙе тәҡдим итте.
Парламент тарафынан беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән бюджет тураһындағы закон проекты параметрҙарын үҙгәртеү һалым һәм һалым булмаған килем күләменең артыуына, шулай уҡ “2023 йылға һәм 2024, 2025 йылдарҙың план осорона федераль бюджет тураһында”ғы Федераль законды ҡабул итеүгә бәйле. Һалым һәм һалым булмаған килем буйынса планды 2023 йылға – 10 миллиард һумға, 2024 йылға – 4,7 миллиард һумға, 2025 йылға 5,6 миллиард һумға арттырырға тәҡдим ителә.
– Федераль бюджеттан кире ҡайтарылмай торған керем күләменең беренсе уҡыу менән сағыштырғанда үҙгәреүе бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле яңы универсаль пособиеның барлыҡҡа килеүенә, уны тәғәйенләү һәм түләү буйынса вәкәләттәрҙе Рәсәйҙең Пенсия һәм социаль старховкалау фондына тапшырыуға бәйле, – тине Лира Иғтисамова.
Бынан тыш, закон проектына төҙәтмәләр бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүгә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, торлаҡ-коммуналь комплекс өлкәләренә өҫтәмә аҡса бүлеүгә, шулай уҡ республиканы инфраструктур йәһәттән үҫтереүгә бәйле сығымдарҙы финанс яҡтан тәьмин итеүгә бюджет ассигнованиеларын үҙ эсенә ала.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru