Бөтә яңылыҡтар

“Командировочный” аҡсаһын арттырмаҡсылар

Тиҙҙән закон сығарыу башланғысын Дәүләт Думаһына тәҡдим итәләр.

“Командировочный” аҡсаһын арттырмаҡсылар
“Командировочный” аҡсаһын арттырмаҡсылар

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев парламенттың хоҡуҡи хеҙмәтенә Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан федераль закон проектын әҙерләргә ҡушты. Был турала парламент спикеры “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә яҙып сыҡты. Унда ойошма хеҙмәткәрҙәренә командировка ваҡытында түләнгән тәүлек аҡсаһы күләмен ҡайтанан ҡарарға һәм уларҙы индексациялау өсөн хоҡуҡи шарттар булдырырға тәҡдим ителә.

– Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, командировкала тәүлегенә 100 һум аҡса түләнә. Уның күләме аныҡ билдәләнгән, һәм ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2002 йылда уҡ ҡабул ителгән ҡарарында теркәлгән. Егерме йыл эсендә тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡ байтаҡҡа артты, ә командировка аҡсаһы күләме бер тапҡыр ҙа яңынан ҡаралманы. Бөгөн был аҡса төшкө аштың хаҡын да ҡапламай. Уның күләме ҡулланыу хаҡтары индексына ярашлы үҙгәрһен өсөн уны индексацияланған күрһәткескә – минималь эш хаҡы күләменә бәйләү маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Был осраҡта командировкала тәүлегенә түләнгән аҡса хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменең 1/30 өлөшөн тәшкил итәсәк. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме индексацияланған һайын “командировочный” ҙа  үҙгәрәсәк, – тип яҙған Константин Толкачев.

Парламент спикеры билдәләүенсә, әле күп кенә ойошмалар үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә командировкала 100 һумға өҫтәп аҡса түләй. Был йәһәттән закон проекты ғәмәлдәге тәртипте үҙгәртмәй – эш биреүсе тәүлек аҡсаһын арттырып түләй ала.

– Документтар пакетын әҙерләп, тиҙҙән закон сығарыу башланғысын Дәүләт Думаһына тәҡдим итербеҙ, – тип белдерҙе Константин Толкачев.

Фото: bashinform.ru

Сығанаҡ: gsrb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: