Бөтә яңылыҡтар

Ҡарттарҙы алдамаһындар өсөн

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бөгөнгө көнүҙәк темаларҙың береһенә – фатир һәм башҡа мөлкәт буйынса мираҫ ҡалдырыуҙың дөрөҫлөгөнә арналған түңәрәк өҫтәл үткәрелде

Ҡарттарҙы алдамаһындар өсөн
Ҡарттарҙы алдамаһындар өсөн

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бөгөнгө көнүҙәк темаларҙың береһенә – фатир һәм башҡа мөлкәт буйынса мираҫ ҡалдырыуҙың дөрөҫлөгөнә арналған түңәрәк өҫтәл үткәрелде.

“Бөгөнгө түңәрәк өҫтәлдең темаһы осраҡлы алынманы – намыҫһыҙ граждандарҙың оло йәштәгеләрҙе алдау юлы менән килешеү төҙөргә йәлеп итеүе һәм артабан был ҡарт кешеләрҙең фатирһыҙ тороп ҡалыу осраҡтары аҙ түгел”, – тине сараны алып барыусы, республика парламентының дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡи тәртип һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Гөлнара Бикбулатова.

“Күсемһеҙ мөлкәтте бүләк итеү килешеүҙәрен теркәү проблемалары һәм уларҙы ҡануни яҡтан хәл итеү” тип аталған түңәрәк өҫтәлдең эшендә Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Михаил Закомалдин, республиканың Юғары суды, Тәфтиш комитеты, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, “Росреестр” идаралығы, Нотариаль һәм Адвокат палаталары вәкилдәре ҡатнашты.

Гөлнара Бикбулатова әйтеүенсә, был мәсьәлә буйынса Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына ебәреү өсөн закон проекты әҙерләнгән. Унда фатир һәм башҡа мөлкәтте бүләк итеп биреү килешеүҙәрен мотлаҡ нотариаль раҫлау аша үткәрергә, шунан һуң ғына уға хоҡуҡи көс бирергә тәҡдим ителә.

Фекер алышыу барышында сарала ҡатнашыусылар ошо закон проекты буйынса күп тәҡдимдәр индерҙе.

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: