Бөтә яңылыҡтар

Закон проекты ҡабул ителде

Республика Хөкүмәтенең инвестицияларҙы яҡлауҙың яңы механизмын формалаштырыу башланғысы хупланды.

Закон проекты ҡабул ителде
Закон проекты ҡабул ителде

22 июндә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай йортонда парламенттың йомғаҡлау 55-се ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов тарафынан “Башҡортостан Республикаһының айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы  Башҡортостан законы проекты күрһәтелде. Ул инвестицияларҙы йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса  Башҡортостан Башлығы ҡушыуына ярашлы әҙерләнде.  

 Республикала инвестор менән бәйләнештең яңы инструменттары формалаша. Уларҙың береһе – республикала инвестицияларҙы яҡлау һәм бүләкләү программаһы.

“Инвестиция ынтылышы” инвестицияларҙы яҡлау һәм бүләкләү  программаһы – яңы стратегияның тәүге этабы. Уны әҙерләүҙе Хөкүмәт йылдың өҫтөнлөгө сифатында  анонсланы, - тине Рөстәм Моратов үҙ сығышында.

Фекер алышыу барышында парламент депутаттары Хөкүмәт башланғысын хупланы һәм закон проекты бер юлы өс уҡыуҙа ла ҡабул ителде.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәт сайтынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: