Бөтә яңылыҡтар

Алты ай ине, хәҙер - 14 көн

Мөһим документ алыу ваҡыты күпкә ҡыҫҡара.

Алты ай ине, хәҙер - 14 көн
Алты ай ине, хәҙер - 14 көн

Бөгөн Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең Х форумына ярашлы, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында меморандум менән нығытылған башланғыс ғәмәлгә ашырыла башланы.

"Бындай халыҡ-ара практика тәүге тапҡыр ойошторола. Әлбиттә, ғәмәлдәге ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр индереүгә, техник процестарҙы тормошҡа ашырыуға ваҡыт талап ителә. Дуҫ республикалар араһында был проектты ғәмәлгә ашырыуға ҡарата үҙ-ара ҡыҙыҡһыныу ҙур, быйыл йыл аҙағында Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге менән Минск ҡалаһы араһындағы хеҙмәттәшлек нигеҙендә Рәсәй йәки Беларусь ЗАГС органдары менән рәсмиләштерелгән таныҡлыҡтар һәм белешмәләрҙе ҡабаттан һорап алыу мөмкинлеге асылды.

Был мөһим социаль әһәмиәтле документтар алыу процесын күпкә еңеләйтә: бөгөн уның өсөн алты ай самаһы талап ителһә, проект тормошҡа ашырылғандан һуң 14 көн дә етәсәк. Был проект менән параллель рәүештә башҡа форматта, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә лә хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлеген тикшереү тураһында һөйләшеп килештек. Бының өсөн беҙҙә теләк тә, ресурстар ҙа бар”, - тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов.

Фото А. Абдрахмановтың сәхифәһенән.

Алты ай ине, хәҙер - 14 көн
Алты ай ине, хәҙер - 14 көн
Алты ай ине, хәҙер - 14 көн
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: