Закон проектына ярашлы, статьяға "бүләк итеү килешеүҙәренең мотлаҡ нотариаль таныҡлығы булырға тейеш" тигән пункт өҫтәлә. Әгәр ҙә бүләк итеүсе менән ҡабул итеүсе яҡын туған булһа, был яңылыҡ уларға ҡағылмай.
– Бүләк итеү килешеүенең булған тәртибе ҡайһы бер осраҡтарҙа ололарҙы фатирһыҙ ҡалдыра, – тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Сит кешегә фатирҙы бүләк итеү өсөн Күп функциялы үҙәккә килеп, кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйырға ғына кәрәк. Мутлашыусылар ошо схема менән эш итә башлаған. Бигерәк тә алкоголь йә наркотикка бирелгән ололар тоҙаҡҡа йыш эләгә.
Проект Закон сығарыусылар советында ҡаралғандан һуң, депутаттар уны Дәүләт Думаһына тәҡдим итергә йыйына.
Фото: pikabu.ru