Бөтә яңылыҡтар

Йәш ғалимдар, һеҙҙең өсөн

Ҡарарға ниндәй үҙгәрештәр индерелде?

Йәш ғалимдар, һеҙҙең өсөн
Йәш ғалимдар, һеҙҙең өсөн

Йәш ғалимдарға стажировкаға һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға гранттар биреү тәртибенә түбәндәге үҙгәрештәр индерелде.

  • Хәҙер Башҡортостан биләмәһендә эшләгән бөтә федераль дәүләт ғилми учреждениелары ла конкурста ҡатнаша ала;
  • документта “йәш ғилми-педагогик хеҙмәткәр” терминына аныҡлыҡ индерелде;
  • ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙең эш стажы өс йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.

Фәнни стажировкалар үтеү географияһы ла киңәйтелгән: ойошмалар исемлегенә Сколтех һәм “Сириус“ фәнни-технологик университеттары индерелгән.

Шулай уҡ ҡарарҙа грант иҫәбенә бер генә тапҡыр торлаҡ шарттарын яҡшыртып була тиелгән.

Фото: publication.pravo

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: