Бөтә яңылыҡтар

Ергә һәм мөлкәткә бәйле мәсьәләләр ҡарала

Конференция 2023 йылдың 30 авгусында уҙа.

Ергә һәм мөлкәткә бәйле мәсьәләләр ҡарала
Ергә һәм мөлкәткә бәйле мәсьәләләр ҡарала

30 августа Өфөлә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу өсөн ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләренә арналған конференция үтәсәк. Конференцияның бурыстары - бизнес менән дәүләт араһында һөҙөмтәле диалог төҙөү, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә эшҡыуарлыҡ структураларының компетенцияһын күтәреү, бизнес өсөн ер-мөлкәт мөнәсәбәттәренең кадастр мәсьәләләрен көйләү.

Сара «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә ойошторола.

Конференция 2023 йылдың 30 авгусында SheratonРlaza Ufa — Congress Hotel ҡунаҡханаһында 14:00 -18:00 сәғәттәрҙә уҙа. Тулыраҡ мәғлүмәтте 7 (347) 246-46-97 телефоны буйынса һәм https://ufa-conf.ru/page20230830 сайтында белергә була.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21623/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: