Депутаттарҙы тауыш бирергә өйрәттеләр

Яңы ғына һайланған етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын пленар ултырыш барышында электрон тауыш биреү башҡарырға өйрәттеләр, уларға эш документтары таратып бирелде.

Депутаттарҙы тауыш бирергә өйрәттеләрДепутаттарҙы тауыш бирергә өйрәттеләр
Депутаттарҙы тауыш бирергә өйрәттеләр

“Яңы саҡырылыш парламенты рәсми рәүештә 5 октябрҙә эш башлаясаҡ”, – тине парламент спикеры Константин Толкачев. – “Һайлауҙар һөҙөмтәһендә Дәүләт Йыйылышы депутаттарының яртыһынан ашыуы алмашынды. Беренсе ултырышҡа саҡлы уларға эш ҡоралдарын үҙләштерергә – электрон тауыш биреү системаһын ҡуллана белергә, регламентты һәм документтар менән эшләргә өйрәнергә кәрәк”.

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас