Бөтә яңылыҡтар

Йәмәғәтселек тикшереүе үткәрелә

Һүҙ нимә тураһында бара?

Йәмәғәтселек тикшереүе үткәрелә
Йәмәғәтселек тикшереүе үткәрелә

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы

450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46

ҠАРАР

“2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы  Башҡортостан Республикаһы закон проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәреү тураһында


2022 йылдың 27 сентябрендәге “Башҡортостан Республикаһында бюджет процесы тураһында”ғы 606-сы Башҡортостан Республикаһы Законының 16-сы статьяһына һәм 2012 йылдың 4 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһы закондары проекттарын йәмәғәтселек тикшереүе тураһында”ғы 605-се Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы ҡарар итә:

  1. Киң мәғлүмәт саралары аша, шул иҫәптән “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрен файҙаланып, 2023 йылдың 7 – 12 ноябрендә “2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты (артабан – закон проекты) буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәрергә.
  2. 2023 йылдың 2 ноябренән дә һуңға ҡалмайынса закон проекты тексын Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡи мәғлүмәттәренең рәсми интернет-порталында (www.npa.bashkortostan.ru) һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында урынлаштырырға.
  3. Ошо ҡарарҙы, уға 1-се, 2-се, 3-сө, 4-се ҡушымталарҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында урынлаштырырға, киң мәғлүмәт сараларында (“Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә) баҫтырып сығарырға һәм 2023 йылдың 2 ноябренән дә һуңға ҡалмайынса уларҙы Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының рәсми сайтында урынлаштырыу өсөн министрлыҡҡа ебәрергә.
  4. Йәмәғәтселек тикшереүендә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән, 18 йәше тулған Рәсәй Федерацияһы граждандары, федераль дәүләт власы органдары, уларҙың территориаль органдары, сәйәси партиялар, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән башҡа йәмәғәт берекмәләре һәм ойошмалары вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша ала.
  5. Закон проекты буйынса һорауҙар һәм дәлилле тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр һәм башҡа фекерҙәр 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46-сы йорт адресы йәки [email protected]электрон почтаһына 2023 йылдың 7 ноябренән 12 ноябренә тиклем ошо ҡарарға 2-се ҡушымтаға ярашлы тәртиптә, исем-шәрифте, тыуған көндө, йәшәгән йәки фактик йәшәгән адресын йәки ойошманың, йәмәғәт берекмәһенең юридик адресын (әгәр граждан ойошма, йәмәғәт берекмәһе вәкиле булһа) күрһәтеп ебәрелә ала, тип билдәләргә.

2006 йылдың 27 июлендәге “Шәхси мәғлүмәттәр тураһында”ғы 152-се Федераль законға ярашлы, йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусылар ошо ҡарарға 3-сө ҡушымтаға ярашлы тәртиптә шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалыҡ бирә.

  1. Закон проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәреүҙе һәм уға йомғаҡ яһауҙы ойоштороу өсөн ошо ҡарарға 4-се ҡушымтаға ярашлы составта эш төркөмөн төҙөргә.
  2. Йәмәғәтселек тикшереүе йомғаҡтары буйынса эш төркөмөнә йәмәғәтселек тикшереүенә йомғаҡлау һығымтаһын (протокол) әҙерләргә һәм уны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарау көнөнән дә һуңға ҡалмайынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында урынлаштырырға.

 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Толкачев.

Өфө, 2023 йыл, 2 ноябрь.

П-3/3

 

 

 

 

 

 

Башҡортостан Республикаһы

 Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының

 2023 йылдың 2 ноябрендәге

П-3/3-сө ҡарарына 1-се ҡушымта

 

“2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәреү тураһында мәғлүмәти белдереү

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай киң мәғлүмәт саралары аша, шул иҫәптән “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникция селтәрен файҙаланып, 2023 йылдың 7 – 12 ноябрендә “2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты (артабан – закон проекты) буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәреү хаҡында белдерә.

Закон проекты тексы Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡи мәғлүмәттәренең рәсми интернет-порталында (www.npa.bashkortostan.ru), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында, “Закондар сығарыу” бүлегенең “Бюджеттарҙы йәмәғәтселек тикшереүе” бүлегендә һәм Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының рәсми сайтында (https://minfin.bashkortostan.ru/documents/active/521517/) “Асыҡ бюджет” бүлегендә урынлаштырылған.

Йәмәғәтселек тикшереүендә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән, 18 йәше тулған Рәсәй Федерацияһы граждандары, федераль дәүләт власы органдары, уларҙың территориаль органдары, сәйәси партиялар, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән башҡа йәмәғәт берекмәләре һәм ойошмалары вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша ала.

Закон проекты буйынса һорауҙар һәм дәлилле тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр һәм башҡа фекерҙәр 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46-сы йорт адресы йәки [email protected] электрон почтаһына 2023 йылдың 7 ноябренән 12 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының 2023 йылдың 2 ноябрендәге “2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәреү хаҡында”ғы П-3/3-сө ҡарарына (артабан – Президиум ҡарары) 2-се ҡушымтаға ярашлы тәртиптә, исем-шәрифте, тыуған көндө, йәшәгән йәки фактик йәшәгән адресын йәки ойошманың, йәмәғәт берекмәһенең юридик адресын (әгәр граждан ойошма, йәмәғәт берекмәһе вәкиле булһа) күрһәтеп ебәрелә ала.

2006 йылдың 27 июлендәге “Шәхси мәғлүмәттәр тураһында”ғы 152-се Федераль законға ярашлы, йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусылар Президиум ҡарарына 3-сө ҡушымтаға ярашлы тәртиптә шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалыҡ бирә.

Һорауҙарҙың, тәҡдимдәрҙең, иҫкәрмәләрҙең һәм башҡа фекерҙәрҙең йөкмәткеһе йәмәғәтселек тикшереүе темаһына тап килергә тейеш. Закон проекты буйынса һорауҙар, тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр һәм башҡа фекерҙәр билдәләнгән талаптарға яуап бирмәһә һәм (йәки) йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусы тарафынан дөрөҫ булмаған мәғлүмәт биреүе асыҡланһа, ҡаралмай.

Йәмәғәтселек тикшереүенең йомғаҡлау һығымтаһы (протокол) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарау көнөнән дә һуңға ҡалмайынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында,“Закондар сығарыу” бүлегенең “Бюджеттарҙы йәмәғәтселек тикшереүе” бүлегендә урынлаштырыла.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Башҡортостан Республикаһы

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының

 2023 йылдың 2 ноябрендәге П-3/3-сө ҡарарына

2-се ҡушымта

 

Башҡортостан Республикаһы

 Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың

 Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре

комитетына

 

йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусының фамилияһы, исеме, атаһының исеме (һуңғыһы – әгәр булһа), тыуған көнө, йәшәгән йәки фактик йәшәгән еренең адресы (йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусы физик берәмек булһа)

 

__________________________________________________________________

ойошманың, йәмәғәт берекмәһенең атамаһы һәм юридик адресы

 

__________________________________________________________________

(йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусы кеше ойошманы, йәмәғәт берекмәһен сағылдырһа)

 

  1. “2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проектына һорауҙар

 

п/п

Һорау

 

 

 

 

 

  1. “2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проектына дәлилләнгән тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр

п/п

Дәлилләнгән тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр

Нигеҙләү

 

 

 

 

 

 

 

 

  1. “2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса дөйөм фекерҙе белдереү

 

 

хуплайым

 

 

 

 

 

 

 

хупламайым 

 

 

 

 

 

 

«___»________________ 2023 г.                ____________________________

                   (дата)                                                       (ҡултамға)

Башҡортостан Республикаһы

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы

2023 йылдың 2 ноябрендәге П-3/3-сө ҡарарына

 3-сө ҡушымта

 

“2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусының шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалығы

Мин,_____________________________________________________________, (йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусының фамилияһы, исеме, атаһының исеме (булған осраҡта)*

__________________________________________________________________

(шәхесте раҫлаған документтың төрө, номеры)

__________________________________________________________________,

(кем тарафынан һәм ҡасан бирелгән)

теркәлеү адресы:____________________________________________________,

                                                                        (йәшәгән йәки фактик йәшәгән ере)

 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыу өсөн кәрәкле түбәндәге шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалығымды бирәм:

1) фамилиям, исемем, атайымдың исеме (булған осраҡта);

2) шәхесте раҫлаған документтың номеры һәм серияһы, уны биреү датаһы һәм тапшырған орган тураһында мәғлүмәттәр;

3) йәшәгән йәки фактик йәшәгән урындың адресы;

4) корреспонденция өсөн электрон почта адресы (ошондай адрес булған осраҡта);

5) йәмәғәтселек тикшереүен ойоштороусыға тапшырылған мәсьәләләр һәм дәлилләнгән тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр һәм башҡа фекерҙәр составындағы башҡа мәғлүмәттәр.

Ошо ризалыҡ йәмәғәтселек тикшереүен ойоштороу, закон проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүенең йомғаҡлау һығымтаһын (протокол) әҙерләү өсөн кәрәкле шәхси мәғлүмәттәргә ҡарата ғәмәлдәрҙе башҡарыу маҡсатында бирелә.

Шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ ошондай мәғлүмәттәргә ҡарата автоматлаштырыу сараларын файҙаланып йәки файҙаланмайынса ҡылынған һәр төрлө ғәмәлде (операцияны) йәки ғәмәлдәр (операциялар) йыйылмаһын, шул иҫәптән мәғлүмәт йыйыуҙы, яҙыуҙы системалаштырыуҙы, туплауҙы, һаҡлауҙы, аныҡлауҙы (яңыртыуҙы, үҙгәртеүҙе), күсереп алыуҙы, файҙаланыуҙы, тапшырыуҙы (таратыуҙы, биреүҙе, асыуҙы), бындай мәғлүмәттәрҙе күрһәтмәүҙе, уларға блок ҡуйыуҙы, юҡ итеүҙе күҙ уңында тота.

Ошо ризалыҡ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә һәм йәмәғәтселек тикшереүенең йомғаҡлау һығымтаһын (протоколды) һаҡлау ваҡыты үткәнгә тиклем ғәмәлдә ҡала.

Шәхси мәғлүмәттәр субъектының йәмәғәтселек тикшереүен ойоштороусыға ирекле формала ебәрелгән яҙма ғаризаһы нигеҙендә теләһә ҡайһы ваҡытта ризалыҡтың тулыһынса йәки өлөшләтә ҡайтарып алыныуы ихтимал.

 

 

 

 

«___»________________ 2023 г.                ____________________________

                  (дата)                                                                                  (ҡултамға)

 

 

 

 

*Шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ “2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса һорауҙарҙы һәм дәлилләнгән тәҡдимдәрҙе, иҫкәрмәләрҙе һәм башҡа фекерҙәрҙе ҡарауға бәйле шәхси мәғлүмәттәре эшкәртелергә тейешле физик берәмектәр (йәмәғәтселек тикшереүендә ҡатнашыусы) тарафынан бирелә.

 

 

 

 

 

 

Башҡортостан Республикаһы

 Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының

 2023 йылдың 2 ноябрендәге П-3/3-сө ҡарарына

 4-се ҡушымта

 

“2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса йәмәғәтселек тикшереүен үткәреүгә һәм уға йомғаҡ яһауҙы ойоштороу буйынса эш төркөмө составы

1) Хисмәтуллина Рузалия Сафиулла  ҡыҙы – Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзаһы, эш төркөмө етәксеһе;

2) Иғтисамова Лира Закуан ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының финанс министры, эш төркөмө етәксеһе урынбаҫары (килешеү буйынса);

3) Моратов Рөстәм Хәмит улы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры, эш төркөмө етәксеһе урынбаҫары (килешеү буйынса);

4) Мансурова Әлфиә Хәниф ҡыҙы – Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты эшмәкәрлеген тәьмин итеү бүлеге мөдире, эш төркөмө секретары;

5) Абдуллин Илгиз Фәнил улы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының Матбуғат үҙәге етәксеһе, эш төркөмө ағзаһы;

6) Әхмәтйәнов Раил Рәбис улы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының мәғлүмәт технологиялары бүлеге мөдире, эш төркөмө ағзаһы;

7) Әхмәтова Юлиә Фәһим ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының финанс, хужалыҡ һәм аграр ҡануниәт бүлеге мөдире, эш төркөмө ағзаһы;

8) Воробьева Альбина Рауил ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһы Башлығының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса);

9) Ғәлин Илһам Илүс улы – Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты рәйесе урынбаҫары, “КПРФ” фракцияһы ағзаһы, эш төркөмө ағзаһы;

10) Йәнекәев Арсен Зөфәр улы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе урынбаҫары, эш төркөмө ағзаһы;

11) Калугина Наталья Владимировна – Башҡортостан Республикаһы финанс министрының беренсе урынбаҫары, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса);

12) Лихачев Александр Владимирович – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса);

13) Мостафина Эльвира Өлфәт ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының бюджет сәйәсәте идаралығы начальнигы, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса);

14) Рудаков Юрий Аркадиевич  – Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты рәйесе урынбаҫары, “ЛДПР” фракцияһы ағзаһы, эш төркөмө ағзаһы;

15) Фәхретдинов Айрат Салауат улы – Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса);

16) Шаһиморатов Константин Нил улы – Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе, эш төркөмө ағзаһы (килешеү буйынса).

 

Фото: erm-news.ru

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: